+21 °С
Облачно
VK
Уйындар
10 Августа , 07:02

БАРМАҠ УЙЫНДАРЫ

Бармаҡтар менән күрһәтеп һөйләргә йә йырларға кәрәк.

БАРМАҠ УЙЫНДАРЫБАРМАҠ УЙЫНДАРЫ
БАРМАҠ УЙЫНДАРЫ

Был бармағым - атайым,
Был бармағым - әсәйем,
Был бармағым - өләсәй,
Был бармағым - ағайым,
Был бармағым - бәләкәй
Исеме уның - ...
(бала үҙенең исемен әйтә)

БАШ БАРМАҠ
Мин - баш бармаҡ, баш бармаҡ,
Һәр эште мин башлайым.
Өй эсен дә тиҙ генә
Йыйыштырып ташлайым.

ҺУҠ БАРМАҠ
Мин - һуҡ бармаҡ, һуҡ бармаҡ,
“Һуҡ” тигәнгә - һуҡмайым.
Кескәйҙәрҙе илатҡанды
Туҡмарға ла ҡурҡмайым.

УРТА БАРМАҠ
Урта бармаҡ мин үҙем,
Һәр эштә лә мин түҙәм,
Сүп утайым, һыу һибәм,
Керҙәрем ана кибә.

СЫҒАНАҠ БАРМАҠ
Сығанаҡ тип аталам,
Сығып китәм туғайға.
Сығып түгел, осоп китәм,
Атланып буҙ турғайға.

СӘТӘКӘЙ БАРМАК
Минең исемем - сәтәкәй.
Үҙем бигерәк бәләкәй.
Ҡаймаҡ ялап, һөт әсәм,
Хасан инде ҙур үҫәм?

Фото: Инзирә менән Нүрзилә Баязитоваларҙан.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас