+20 °С
Дождь
VK
Уйындар
6 Июля , 08:46

УЙЫНДАРҘА - ХӘРӘКӘТ, ХӘРӘКӘТТӘ - БӘРӘКӘТ

Балалар өсөн башҡорт халыҡ уйындары

УЙЫНДАРҘА - ХӘРӘКӘТ, ХӘРӘКӘТТӘ - БӘРӘКӘТУЙЫНДАРҘА - ХӘРӘКӘТ, ХӘРӘКӘТТӘ - БӘРӘКӘТ
УЙЫНДАРҘА - ХӘРӘКӘТ, ХӘРӘКӘТТӘ - БӘРӘКӘТ

БӘШМӘК ЙЫЙЫУ 
Балалар түңәрәккә баҫа. Уйынды ойоштороусы ике уйынсыны түңәрәк эсенә саҡырып сығара һәм уларҙың күҙҙәрен бәйләй. Күҙе бәйләнгәндәрҙең аяҡ аҫтына "бәшмәк" рәүешендәге бер нисә әйбер ҡуйыла.
Уйынды ойоштороусы күҙе бәйләнгәндәргә бер минут эсендә "бәшмәктәр"ҙе йыйып бөтөрөргә ҡуша. Түңәрәк эсендәгеләр төртөшә-төртөшә "бәшмәк" йыя башлай. Кем билдәләнгән ваҡытта күп "бәшмәк" йыйып өлгөрә, шул еңеүсе тип иғлан ителә. Түңәрәк эсенә башҡа уйнаусылар сыға.

ТӨЛКӨ ҺӘМ ТАУЫҠТАР 
Балалар үҙҙәре араһынан "төлкө", "әтәс" һайлап ҡуялар. Ҡалғандары "тауыҡтар" була. Төлкө бер ситкә китеп үҙенә оя билдәләй. Тауыҡтар, шаҡмаҡ һыҙып, һарай яһай һәм шунда урынлашалар. 
Шул вакыт әтәс ҡысҡырып ебәрә, тауыҡтар, уянып, һарайҙан сыға. Әтәс тауышына ояһында йоҡлап ятҡан төлкө уяна һәм тауыҡтарға һөжүм итә башлай. Төлкөнө күргәс, әтәс тауыҡтарҙы һарайға саҡыра, ә үҙе төлкө менән көрәшкә сыға. Әгәр төлкө берәр тауыҡты тотһа, ул тауыҡ төлкөгә әйләнә, төлкө иһә тауыҡ була. Тауыҡ тотолған һайын, яңы "әтәс" билдәләнә, алдағы әтәс тауыҡҡа әүерелә.
Төлкөгә әйләнмәй ҡалған тауыҡ еңеүсе була.
 
АЛЫШ
Уйнаусылар сүкәйгән килеш тубыҡтарына ҡайыш йәки йүкәнән яһалған дүңгәләк кейәләр. Ҡулдар тубыҡ аҫтына ҡыҫтырыла. Балалар шул килеш һикергеләп йөрөй һәм бер-береһен, ҡулбаштары менән төртөп, йығырға тырыша. Йығылғаны уйындан сыға бара.
Кем аунамай ҡала, шул еңеүсе була. Был уйынды икегә бүленеп тә уйнарға була.
 
Фото: Нүрзилә менән Инзирә Баязитоваларҙан.
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас