+20 °С
Дождь
VK
Уйындар
6 Июля , 09:16

УЙЫН АША ДОНЪЯ ӨЙРӘНӘБЕҘ

Балаларҙың ялын күңелле итеп ойоштороу өсөн уйындар тәҡдим итәбеҙ.

УЙЫН АША ДОНЪЯ ӨЙРӘНӘБЕҘУЙЫН АША ДОНЪЯ ӨЙРӘНӘБЕҘ
УЙЫН АША ДОНЪЯ ӨЙРӘНӘБЕҘ

ҠАЛАҠ МЕНӘН ҺЫУ ТАШЫУ

Эҫе көндә балалар өсөн шәп уйын. Бер һауытҡа һыу ҡоябыҙ ҙа, янына буш һауыт ҡуябыҙ. Бала ҡалаҡ менән һыуҙы буш һауытҡа ҡойоп бөтөрөргә тейеш. 
Үҙ-ара ярыш ойошторорға ла була. Кем тиҙерәк ҡалаҡ ярҙамында һыуҙы ташып бөтөрөр?
 
ҠОЙМА ЙЫУАБЫҘ
Шулай уҡ эҫе көндәрҙә уйнарға була. Балаларға һыу һиптерә торған пистолеттар тотторабыҙ ҙа, ҡоймаға атырға әйтәбеҙ. 
Шулай уҡ ярыш ойошторорға була. Һәр балаға тәғәйен ҡойма бүлеп бирәбеҙ. Кем үҙенең ҡоймаһын тиҙерәк "йыуыр"?
 
5 ӘЙБЕРҘЕ ТАП
Һыу буйында, йә ял иткәндә баланы әүрәтер өсөн шәп уйын.
5 әйберҙе табырға ҡушабыҙ: мәҫәлән, шыма таш, һары япраҡ, тубырсыҡ, күҙлек, туп. Быларҙың барыһын та тапҡас, икенсе әйберҙәрҙе табырға ҡушабыҙ.
 
ӘКИӘТТЕ ДАУАМ ИТ
Шулай уҡ ял иткәндә, йә юлда саҡта уйнарға була. Ниндәй ҙә булһа әкиәттең башын әйтәбеҙ ҙә, баланан шуны дауам итергә һорайбыҙ.
 
ӘГӘР ҘӘ...
Баланың ижади фекерләүен үҫтерергә ярҙам итеүсе шәп уйын.
Бала менән сиратлап ҡыҙыҡлы күҙаллауҙар яһайбыҙ: "Әгәр ҙә ҡояш йәшел төҫтә булһа? Нисек булыр ине икән?" "Бесәйҙең ҡанаттары булһа? Нисек булыр ине?" һәм башҡалар.
 
Фото: Нүрзилә менән Инзирә Баязитоваларҙан.
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас