+15 °С
Ясно
VK
Уйындар
2 Июля , 10:11

"ҺӨЙЛӘМДЕ ТАМАМЛА!" УЙЫНЫ

Уйын тәртибе: өлкән кеше һөйләмдең башын әйтә лә, балаға туп ырғыта. Бала, тупты тотҡас, һөйләмдең аҙағын әйтеп бөтөрөргә тейеш.

"ҺӨЙЛӘМДЕ ТАМАМЛА!" УЙЫНЫ"ҺӨЙЛӘМДЕ ТАМАМЛА!" УЙЫНЫ
"ҺӨЙЛӘМДЕ ТАМАМЛА!" УЙЫНЫ
- Ҡош оса, ә йылан ...
- Ҡоштар ояла йәшәй, ә кешеләр ...
- Ҡыш ҡар яуа, ә йәйгеһен ...
- Йөндән бәйләйҙәр, ә туҡыманан ...
- Бейеүсе бейей, ә ҡурайсы ...
- Утын яралар, ә сөйҙө ...
- Ашнаҡсы бешерә, ә врач ...
- Беҙ күҙ менән ҡарайбыҙ, ә танау менән ...
- Эт өрә, ә бесәй ...
- Йырсы йырлай, ә төҙөүсе ...
- Шәкәр татлы, ә лимон ...
- Һыйыр баҡыра, ә тауыҡ ...
- Ҡояш һары, ә күк йөҙө ...
- Йәйгеһен эҫе, ә ҡышҡыһын ...
- Сиңерткә ырғый, ә ҡош ...
- Помидор ҡыҙыл, ә ҡыяр ...
һәм башҡалар.
 
Фото: Нүрзилә менән Инзирә Баязитоваларҙан.
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас