Бөтә яңылыҡтар
Уйындар
23 Декабрь 2025, 15:05

Яңы йыл уйындары

Туғандар, дуҫтар менән йыйылғанда Яңы йылға бәйле ҡыҙыҡлы уйындар тәҡдим итәбеҙ.

Яңы йыл уйындары
Яңы йыл уйындары

"ЯҢЫ ЙЫЛ ЭФИРЫ"

 

Бергәләп карточкаларға һүҙҙәр яҙып сығығыҙ. Яңы йыл менән бәйле булһа, бигерәк тә шәп. Мәҫәлән: "Ҡыш бабай", "Ҡарһылыу", "ҡар бөртөгө", "шыршы", "мандарин" һәм башҡалар. Был карточкаларҙы бөкләп, берәй ҡумта эсенә һалығыҙ. Уйында ҡатнашыусылар һүҙҙәрҙе уҡып ҡарамайынса 5-6 һүҙ алырға тейеш. Һәм, ошо эләккән һүҙҙәрҙе ҡулланып, һәр ҡатнашыусы яңылыҡтар эфирын әҙерләй.

 

"МИН КЕМ?"

 

Йәбештерә торған стикерға алдан төрлө персонаждар исемен яҙып, әҙерләп ҡуйығыҙ. Мәҫәлән: "Ҡыш бабай", "Ҡарһылыу", "Ҡар бабай", "Аҡбуҙат" һәм башҡалар. Уйында ҡатнашыусыларҙың үҙҙәренә күрһәтмәйенсә, был стикерҙарҙы маңлайҙарына йәбештерәбеҙ. Һәм һәр кем, башҡаларға һорауҙар биреп, үҙенең кем икәнлеген уйлап табырға тейеш. Һорауҙарға "Эйе", йә "Юҡ" тип кенә яуап бирергә була!
Мәҫәлән: "Ул ир-атмы?" "Ул әкиәт персонажымы?"

 

"БОҘ ӨҪТӨНДӘ БЕЙЕҮ"

 

Боҙ урынына, әлбиттә, башҡа әйбер ҡулланабыҙ: гәзит битен алырға була, йә түшәк файҙаланабыҙ. Уйында ҡатнашыусылар бергәләп ошо "боҙ" өҫтөндә бейергә тейеш. Көй туҡтағас, гәзит йә түшәкте урталай бөкләп һалабыҙ. Бер аҙ бейегәс, тағын бөкләйбеҙ. Яңылыш иҙәнгә баҫҡандар уйындан сыға, ә "боҙ" ҡыҫҡарғандан ҡыҫҡара бара.

 

"ЯҢЫ ЙЫЛ ҠУМТАҺЫ"

 

Башта уйында ҡатнашыусылар ҡағыҙ киҫәктәренә төрлө һүҙҙәр яҙып сыға һәм, уларҙы бөкләп, ҡумта эсенә һала. Ҡумтаны ҡаплап, яҡшы ғына һелкетәбеҙ. Унан һәр ҡатнашыусы, ҡумтанан бер һүҙ тартып сығарып, уны ҡысҡырып уҡымайынса, башҡаларға унда нимә яҙылғанын ым-ишара менән аңлатырға тейеш. Һүҙҙе аңлата алған кеше (йә команда) мәрәй йыя бара.

 

"ҠЫШ БАБАЙ ҺҮРӘТЕ"

 

Ҡатнашыусылар ике командаға бүленә. Ике командаға ла ҡағыҙ, ҡәләм һәм күҙ бәйләргә яулыҡ бирелә.
Командағылар алмашлап сығып, бәйләнгән күҙ менән Ҡыш бабайҙың һүрәтен төшөрөргә тейеш. Мәҫәлән, беренсе ҡатнашыусы - күҙен, икенсеһе - танауын һәм шундай тәртиптә.
Бик ҡыҙыҡлы һүрәт килеп сығасаҡ!

 

"ЯҢЫ ЙЫЛ МАЖАРАҺЫ"

 

Уйын өсөн шулай уҡ ҡағыҙ һәм ҡәләм кәрәк буласаҡ.
Алдан һорауҙарҙы әҙерләп ҡуйһағыҙ, бигерәк тә шәп.
Һәр ҡатнашыусы үҙенә бирелгән һорауға яуап яҙа ла, башҡалар күрмәһен өсөн, ҡағыҙҙы бөкләп, киләһе ҡатнашыусыға бирә. Икенсе кеше икенсе һорауға яуап яҙа ла, ҡағыҙҙы бөкләп, артабан тапшыра.
Һорауҙар түбәндәгесә төҙөргө була:
1. Кем?
2. Ҡайҙа?
3. Кем менән?
4. Ҡасан?
5. Ни өсөн? һәм башҡалар.
Шулай уҡ ҡыҙыҡлы ғына хикәйә килеп сығасаҡ.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас