+14 °С
Облачно


ЯЛ
Тәбиғәткә ял итергә
Йыйындыҡ бөгөн иртән.
Бөтөн кәрәк-яраҡтарҙы
Төйнәнем инде күптән:
Ҡаҙан, ҡармаҡ, силәктәр,
Быйма, туфли, итектәр,
Шырпы, диван, ҡулсатыр
Биштәргә инеп ятыр.
Утын алдым яғырға,
Китап, журнал – уҡырға.
Карауатты алырғамы
Кисен ятып йоҡларға?
Рита ХӘСӘНОВА,
Рәссам Марс ФӘХРЕТДИНОВ.