0 °С
Облачно
VK
Уйындар
1 Августа 2025, 09:02

Мин беләм, тиҙ генә яуап бирәм!

Балалар менән еңел генә уйын уйнап алайыҡ. Был күнегеү балаларҙың ишеткәнде аңлап ҡабул итеүҙәрен һәм логик фекерләүен үҫтерергә булышлыҡ итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мин беләм, тиҙ генә яуап бирәм!Мин беләм, тиҙ генә яуап бирәм!
Мин беләм, тиҙ генә яуап бирәм!

Кескәйҙәргә һорау бирәбеҙ, улар тиҙе генә яуап ҡайтарырға тейеш:

- Бесәй ярата... - һөт!
- Айыу ярата... - бал!
- Март, апрель,... - май!
- Таң атҡас, ҡояш.... - Ҡалҡа!
- Сысҡан бесәйҙән... - Ҡурҡа! Ҡаса!
- Болоттар ниндәй төҫтә... - Аҡ!
- Яҙ еткәс, ниндәй ҡоштар беренсе булып ҡайта беҙгә?.. - Ҡарғалар!
- Кем "Кикирикук" - ти?.. - Әтәс!
- Ҡуян нимә ашарға ярата? - Кишер?
- Ҡыяр ниндәй төҫтә?.. - Йәшел!
- Дүшәмбе, шишәмбе, унан.. - Шаршамбы!
- Йәйҙән һуң ниндәй миҙгел?... - Көҙ!
- Ниндәй ағас ҡышын да, йәйен дә бер төҫтә?.. - Шыршы!

Һәм башҡалар.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас