-2 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Уйындар
5 Июль , 20:27

Һанашмаҡтар

Һанашмаҡтар — балалар уйын башлағанда көтөүсе һайлау өсөн ҡулланылған ауыҙ-тел ижадының бер төрө.

Һанашмаҡтар
Һанашмаҡтар

Аҡ суҡ,
Ҡара суҡ,
Бында торма,
Бар, сыҡ!
***


Алма тәгәрәй
Ҡала тирәләй.
Кем уны тота,
Шул сығып китә.
***
Бер бабай юлға сыҡҡан,
Тәғәрмәсе боҙолған,
Уны йүнәтер өсөн
Нисә сөй кәрәк булған?
***
Аладан-баладан, 
Бесәй йөрөй йылғанан.
Сәүкә, сыпсыҡ,
Һин ҡал, был сыҡ!
***
- Бер бабай юлға сыҡҡан,
Тәгәрмәсе ватылған. 
Уны йүнәтер өсөн
Нисә сөй кәрәк булған?
- Биш!
- Бер, ике, өс, дүрт, биш -
Бында торма, 
Бар, сыҡ!
***
Бер, ике, өс, дүрт, биш,
Алты, ете, һигеҙ,
Туғыҙ, ун.
Ундан - уймаҡ,
Табала - ҡоймаҡ,
Мейестә - бәлеш,
Сыҡ та, йәбеш!
***
Ҡайында – ҡарға,
Имәндә – сыпсыҡ,
Ерҙә – йылан,
Һауала – ҡош,
Бар, һин сыҡ!
***
Ырғанан, мырғанан,
Бесәй йөрөй ҡолғанан.
Бесәй түгел, ата ҡаҙ, 
Ата ҡаҙҙың башы таҙ.
Аҡ сәйнүккә һалдым.
Нисә булды?
- Йөҙ булды.
Әтәлсек, мәтәлсек,
Һиңә тура килде, сыҡ!
***
Һин - әбәк!
Гөр-гөр килеп гөрләйем,
Ваҡыт күбен белмәйем,
Ваҡыт күбен белергә,
Мин бит һеҙҙе күрмәйем.
Бик тә оҙаҡ гөрләйем,
Бынан ары түҙмәйем.
Түҙемлегем бөткәс тә, 
Йөрөп һеҙҙе эҙләйем!
***
Тары таптым,

Тауыҡҡа бирҙем, 
Тауыҡ миңә күкәй бирҙе,
Уны кертеп ҡаҙанға һалдым,
Лағор-лоғор ҡайнаны,
Үҙем киттем баҙарға.
Аҡ суҡ, ҡара суҡ,
Бында торма, бар, сыҡ.
***
– Ағаҡайым, ҡайҙа бараң?
– Кәмә менән тоҙға барам.
– Кәсептән ҡасан ҡайтаң?
– Йәйен китеп, көҙ ҡайтам.
Көҙ ҡайтмаһам, ҡыш ҡайтам,
Ҡыш ҡайтмаһам, яҙ ҡайтам.
Сәпсек, сыйырсыҡ,
Бында торма, бар сыҡ!
***
Бер бабай юлға сыҡҡан,
Артынан буран сыҡҡан.
Баймаҡҡа барам, тиеп,
Сибайға барып сыҡҡан.

 

Фото: Инзирә менән Нүрзилә Баязитоваларҙан

 

 

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: