Кисә, фестивалдең беренсе көнөндә, "Авиапарк" биләмәһе эшләне. Ул Башҡортостан Республикаһының Авиамоделирование Федерацияһы ярҙамында ойошторолдо һәм бында ҡунаҡтарға төрлө осоу аппараттарын күрһәтеүҙән тыш, авиамодель төҙөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә алып барылды, унда тәжрибәле инструкторҙар осоу моделдәрен эшләү серҙәре менән уртаҡлашты.
Шулай уҡ кескәйҙәргә "Буяуҙар менән космос" биләмәһе лә бик оҡшаны. Ул Өфө ҡала планетарийынан тематик майҙансыҡ рәүешендә тәҡдим ителде һәм VR-күҙлектәр ҡулланылыуы балаларға айырыуса ҡыҙыҡлы булды.
"Технологик алға китеш" биләмәһендә йәмғеһе 6 тематик майҙансыҡ эшләне! Уны Өфө ҡалаһының өҫтәмә белем биреү мәктәптәре ойошторҙо. Фестиваль ҡунаҡтары бында үҙҙәрен мультипликация фильмдары аниматорҙары ролендә һынап ҡарай алды: яратҡан уйынсығыңды экранда һүрәтлә лә, уны йәнләндереп ҡара! Әлбиттә, олоһона ла, кесеһенә лә ҡыҙыҡлы булды был уйындар!
"Уйынсы" биләмәһе. 4 интерактив майҙансыҡты үҙ эсенә алды. Бында шулай уҡ «Ихата уйындары» ла ойошторолдо, унда өлкәндәр һәм балалар үҙебеҙҙең киң билдәле уйындарҙа ҡатнашты.
Шулай уҡ "Ғаләм квиздары", "Спорт", "Патриот биләмәһе" лә ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың күңеленә хуш килде.
Ә бына «Ышаныс киңлеге " биләмәһе сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының алдынғы социаль хеҙмәткәрҙәре һәм психологтары йәлеп ителде. «Салют» балалар реабилитация-белем биреү үҙәге Башҡортостан республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау Министрлығы менән берлектә фестиваль ҡунаҡтарына 3 майҙансыҡ тәҡдим итте, унда ата-әсәләргә льготалар мәсьәләләре буйынса консультация бирелде, ә профессиональ психологтар балалар менән сифатлы эш алып барҙы.