Кескәй балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү, яҙма фекерләү ҡеүәһен арттырыу бик мөһим хәҙерге интернет заманында. "Уйлап уйна" тигән рубриканы дауам итеп, бөгөн "В" хәрефенә башланған башҡортса һүҙҙәрҙе һанап сығайыҡ. Кем күберәк һүҙҙәрҙе әйтәсәк - шул еңеүсе.
Уйында ҡатнашыу өсөн ошо төркөмөбөҙгә яҙылып, был видеояҙма аҫтында комментарийҙарҙа үҙегеҙҙең видеоларығыҙҙы ҡалдыра алаһығыҙ. Иң күп һүҙҙе әйтеүсе бала өсөн махсус приз бар.
Әйтеп үтергә кәрәк, был рубрика "Мин - йәш Шаһитсы" ("Я - юный Шагитовец") тигән ҙур проект менән дә бәйле. Балаларыбыҙҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләп, уларҙың зиһенле, зирәк булыуҙарын теләйбеҙ.
(Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла)
#ФондгрантовГлавыРеспубликиБашкортостан
#Аҡбуҙат
#ФСГОРБ
#ГрантыРБ