-2 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Уйындар
30 Октябрь 2022, 10:25

Фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү өсөн уйындар

.

Фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү өсөн уйындар
Фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү өсөн уйындар

"Иғтибарлы бул" уйыны

Өлкәндәр:

"Һуҙынҡы өндәр рәтен ҡабатлағыҙ: А, О, У.

Бөтәһе нисә өн?

Беренсе (икенсе, өсөнсө) ниндәй өн?

А өнөнән һуң ниндәй өн ишеттең?

У өнөнән алда ниндәй өн ишеттең?

А һәм У өндәренең араһында ниндәй өн урынлашҡан?

Балалар: яуап бирәләр

 

"Өндө тот"

Өлкәндәр: "Д" өнөн ишеткәс, ҡулыңды сәпәкәйлә:

А, К, Д, У, С, И, Д, З, Н, Д

Балаларкүнегеү үтәлә

Шундай уҡ тәртиптә һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр менән күнегеүҙәр эшләнә.

 

"Ишеткәс, ҡул сап"

Өлкәндәр бер нисә билдәле өнгә ижектәр әйтә, ә бала, күҙҙәрен йомоп, әйтелгән өндө ишетеү менән ҡул саба. (Бала һеҙҙең артикуляцияғыҙҙы күрмәй).

Һөйләмдең грамматик төҙөлөшөн үҫтереү өсөн уйындар

Маҡсат: Балаларға исемдәрҙең берлектә һәм күплектә ҡулланылыуына күнегеүҙәр эшләтеү.

Мәҫәлән: китап-китаптар, уйынсыҡ-уйынсыҡтар.

"Һанарға өйрәнеү"

Маҡсат:Балаларҙы һандар һәм һанау тәртибе менән таныштырыу

Мәҫәлән: Бер-беренсе.

"Нимә юғалды?"

Маҡсат: Хәтер һәи иғтибарлы булыуҙы тәрбиәләү

Мәҫәлән: Баланың алдына бер нисә һүрәт һалына, иғтибар менән ҡарарға ҡушабыҙ. Бала күҙҙәрен йомғас, бер һүрәтте йәшерәбеҙ һәм күҙен асҡас, ниндәй һүрәт юк икәнде әйтергә тейеш була.

"Иркәләп өндәш"

Маҡсат: Балаларҙы иркәләү һәм кесерәйтеү ҡушымталары ярҙамында исемдәр яһалыу юлдары менән таныштырыу

Мәҫәлән: ҡуян-ҡуянҡай, ҡайын-ҡайынҡай.

"Алмаштарҙы килештә үҙгәрт"

Маҡсат: Балаларҙы алмаштарҙың килештә ҡулланылышы тураһында таныштырыу

Мәҫәлән: МИН ашайым, ҺИН ашайһың, УЛ ашай, БЕҘ ашайбыҙ, ҺЕҘ ашайһығыҙ, УЛАР ашайҙар.

Гөлсәсәк УРМАНТАЕВА, уҡытыусы-логопед, Сибай ҡалаһы. 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: