+17 °С
Ясно
VK

Урал батыр вариҫтары

Өфө ҡалаһының 249-сы башҡорт балалар баҡсаһында «Урал батыр» эпосына арналған уйын үтте. Өлкән тәрбиәсе Лилиә Фазылова менән музыка етәксеһе Альбина Кислицина балаларҙы «Урал батыр юлы», «Тере һыу эҙләп», «Көс һынашыу», «Мәмерйә сере» туҡталыштары аша туған яҡ тәбиғәте менән таныштырҙы.

Урал батыр вариҫтарыУрал батыр вариҫтары
Урал батыр вариҫтары

Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылы янындағы Хәмит сәсән утарында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең «Сәсән уҙған ерҙә һүҙ ҡала» республика конкурсында «Аҡбуҙат» журналы үҙ еңеүселәрен тәбрикләне. Рәхмәт хаты менән Камилә Байтурина, Айым Әлмөхәмәтова, Лиә Бикйәнова, Ҡәҙриә Вәлиева, Аслан Абдуллин бүләкләнде. Афарин!

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас