+20 °С
Ясно
VK

НИ ӨСӨН ХӘҘЕРГЕ ӘСӘЙҘӘР НЫҒЫРАҠ АРЫЙ?

Ни өсөн элек беҙҙең әсәйҙәр 4 бала менән дә арыу, күңел төшөнкөлөгө хаҡында бер нәмә лә белмәгән?Һәм ни өсөн хәҙерге әсәйҙәр депрессия, апатия кеүек төшөнсәләр хаҡында йыш һөйләй?

НИ ӨСӨН ХӘҘЕРГЕ ӘСӘЙҘӘР НЫҒЫРАҠ АРЫЙ?НИ ӨСӨН ХӘҘЕРГЕ ӘСӘЙҘӘР НЫҒЫРАҠ АРЫЙ?
НИ ӨСӨН ХӘҘЕРГЕ ӘСӘЙҘӘР НЫҒЫРАҠ АРЫЙ?

1. Элек әсәйҙәр идеаль булырға тырышмаған.
Хәҙерге әсәйҙәр тәрбиә, балалар психологияһы хаҡында төрлө китаптар уҡый, инернеттан башҡа әсәйҙәрҙе күҙәтә, уларҙы үҙе менән сағыштыра. Һәм һәр ваҡыт ниҙер етәрлек эшләп еткермәгән кеүек: "балам ваҡытына ярашлы атлап китмәне", "балам һаман һандарҙы белмәй", "башҡа әсәйҙәр өйҙә лә өлгөрә, эшләп тә йөрөй, спортҡа ла ваҡыт таба, ә мин..." һәм башҡалар.

 

2. Элек әсәйҙәр бала менән көнө буйы тик яңғыҙы ултырмаған. Олатай-өләсәйҙәр, күршеләр, ҡапҡа алды. Хатта ҡалала йәшәгәндәр ҙә иҫбатлар - элек күршеләр ҙә балаға күҙ-ҡолаҡ булып торған йыш ҡына.

 

3. Кемдер ризалашмаҫ, әммә белгестәр быны иҫбатлай килә: элекке балалар иғтибарын бер уйында оҙағыраҡ тота алған. Көрәк-биҙрәләр менән сәғәт буйы ҡомда уйнаһынмы, ярты сәғәт күбәләк артынан йүгерһенме һ.б. Бала уйнаған ваҡытта әсәй кеше башҡа эштәр менән булышып, күңеленә ял да алған.
Хәҙерге балалар, ҡыҙғанысҡа күрә, иғтибарын бер уйында оҙаҡ тота белмәй.
Хәҙерге әсәйҙәргә балалары менән йышыраҡ уйнарға, уларҙы әүрәтергә тура килә.

 

4. Элек балаларға ҡоларға ла, яңылышырға ла "мөмкинлек бар" ине.
Абындыңмы - тор, рәнйеттеләрме - яуап бирә бел.
Хәҙерге әсәйҙәр шул тиклем балаһының күңелен яраларға ҡурҡа, бар ауырлыҡты үҙенә ала, балаһының ҡолап имгәнеүенән дә нығыраҡ ҡурҡа. Ә бала әсәһенең был ҡурҡыуын, әлбиттә, һиҙә, һәм күңелендә уның да ҡурҡыу барлыҡҡа килә. Ә бит абынмайынса йәшәргә өйрәнеү мөмкин түгел.

 

5. Элек балалар "өлкәндәр ваҡыты" тигән төшөнсәне яҡшыраҡ белә ине.
Киске сәғәт 9-ҙа "Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!" тапшырыуын ҡарайбыҙ ҙа, йоҡларға ятабыҙ. Атай-әсәй кино ҡараймы, гәзит уҡыймы - балалар үҙ бүлмәһенән сығып, ҡамасау итеп йөрөмәҫ ине.
Ә хәҙерге әсәйҙәр үҙҙәре хаҡында онота, ҡыҙғанысҡа күрә. Мәктәп, түңәрәктәр, өйгә эш, бала менән бергә ваҡыт уҙғарыу, әкиәт уҡыу - ошоларҙан һуң бер аҙ ваҡыт ҡалһа, әсә кеше ҡайһы ваҡыт ҡына яңғыҙ ултырып сәй эсә ала.

 

6. Элек баланың ҡылыҡтары өсөн әсәйҙәр яуап бирмәй ине.
"2"-ле алдымы - бала тырышмаған. Һуғышып ҡайтҡанмы - үҙе ғәйепле. Ауырып торамы - ятып тор.
Хәҙерге әсәйҙәр балаһының һәр аҙымы, һәр ҡылығы өсөн яуап бирергә тырыша. Бала эш боҙҙомо - әсәй үҙен ғәйепле тоя. Тимәк, ул ҡарап еткермәгән.

 

7. Хәҙерге әсәйҙәр балаларынан түгел, ә, тәү сиратта, замана ҡуйған талаптарҙан арый кеүек.
Элек 4 бала тәрбиәләгән әсәй ҙә арый ине - тик был физик йәһәттән арыу. Ял итеп, йоҡлап алһа, был арыу ҙа үтә.
Хәҙерге әсәйҙәр мораль яҡтан арый. Ә был арыуҙы ял итеп, йоҡо туйҙырып ҡына үткәрерлек түгел.
Интернетта идеаль әсәйҙәрҙе һынландырған яҙмалар әҙме ни?

 

Килешәһегеҙме был фекерҙәр менән?
Элекке әсәйҙәр менән бөгөнгөләре ысынлап та шулай төрлө мөхиттә йәшәйме икән?

 

Фото: Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә төркөмөнән.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас