

2019 йылда Гарвард психологтары күп йылдар элек барлыҡҡа килгән тәрбиә ҡағиҙәләрен йәнә дәлилләй: шәхес тәрбиәләүҙә тап ошо юҫыҡта эш итеү кәрәк.
- Тәүге 7 йыл: УЙЫН.
Баланың тәүге 7 йылы - донъя менән танышыу мәле. Ә бала тирә-яғы менән тап уйын аша таныша. Шуға күрә сабыйҙы уҡыу, яҙыу-һыҙыу менән арытмайбыҙ: ул тирә-яғын өйрәнһә лә, ҡолаһа ла, бары янында булабыҙ. Ата-әсәләргә төп шарт: иғтибар, һөйөү биреү, барыһын да матур итеп аңлатыу. Тап шул саҡта сабый донъяға ышанырға өйрәнә.
- Артабанғы 7 йыл (7-14 йәш): ӨЙРӘТ.
7 йәштән баланың мейеһе ҡағиҙәләр ҡабул итергә, яуаплылыҡҡа әҙер. Тап ошо ваҡытта баланы барыһына ла өйрәтергә кәрәк: яман менән яҡшыны айырырға, хеҙмәткә, мөнәсәбәттәр ҡорорға һәм башҡалар. Баланы тәрбиәләү өсөн иң мөһим ваҡыт.
- Өсөнсө этап (14-21 йәш): ДУҪ БУЛ.
14 йәштән һуң баланы әрләп кенә тыңлатып булмаҫ. Ул хәҙер - үҫмер. Ул ата-әсәһенән айырылырға, айырым шәхес булырға ынтыла. Шуға ла уға аҡыл өйрәтеүгә ҡарағанда дуҫлашыу, терәк-таяныс булыу отошлораҡ.
Ҡыҙғанысҡа күрә, күп ата-әсәләр киреһенсә эшләй: 7 йәшкә тиклем өйрәтә: төрлө түңәрәктәр,ҡаты ҡағиҙәләр... 7-14 йәштә дуҫ булалар: иркәләтәләр, бар теләгәнен үтәйҙәр. 14 йәштән ҡатылыҡ ҡулланып ҡарайҙар: тик үҫмер инде ҡағиҙәләрҙе ҡабул итмәй.
Фото: Зиннур Боҫҡоновтан.