

- Уҡыған ваҡытта ҡапыл туҡтағыҙ ҙа, балаға һорау бирегеҙ: "Нисек уйлайһың, артабан нисек булыр?" Ижади фекерләүҙе үҫтереүгә лә яҡшы алым, шулай уҡ әҫәрҙең нисек дауам ителерен уҡырға теләк тә уяна.
- Яңы хәреф таный башлаған балалар менән китап уҡығанда уйнап алырға була. Ниндәйҙер һүҙҙе һайлайбыҙ ҙа, шуны табырға ҡушабыҙ.
- Китапта төшөрөлгән һүрәттәрҙе ҡарап, улар менән уйынсыҡтар араһындағы оҡшашлыҡтарҙы эҙләргә була.
- Бала менән алдан килешеп ҡуйығыҙ. Мәҫәлән, көн дә бер бит китап уҡырға. Һәм бала менән бергә үҙегеҙ ҙә уҡығыҙ. Үҙебеҙ өлгө булайыҡ.
Фото: Нүрзилә һәм Инзирә Баязитоваларҙан.