+18 °С
Облачно
VK

ТӨЛКӨ МЕНӘН ТОРНА

(рус халыҡ әкиәте буйынса сценарий)  

ТӨЛКӨ МЕНӘН ТОРНАТӨЛКӨ МЕНӘН ТОРНА
ТӨЛКӨ МЕНӘН ТОРНА

Алып барыусы: Төлкө менән Торна дуҫлашҡан, ти.
(Улар бейей).
Төлкө Торнаны ҡунаҡҡа саҡырған.
Төлкө: Торнаҡайым, миңә ҡунаҡҡа кил, һыйлармын!
Торна: Ярай, ҙур рәхмәт, килермен.
(«Самауыр» бейеүе).
Алып барыусы: Торна ҡунаҡҡа килгән. Төлкө бутҡаны һай тәрилкәгә һалып, өҫтәлгә ҡуйған.
Төлкө: Аша, Торнаҡайым, аша!
Алып барыусы: Торна суҡышы менән тәрилкәне туҡылдата, әммә бер нәмә лә ашай
алмаған. Ә Төлкө яйлап ҡына бер үҙе бутҡаны ялай-ялай ашап бөткән, ти.
Төлкө: Ғәйепләмә, Торна дуҫ! Башҡа бер нәмә лә юҡ.
Торна: Ярай, ҙур рәхмәт! Иртәгә кис үҙең миңә ҡунаҡҡа кил!
(Торна өйөнә ҡайтып китә. Төлкө өҫтәл йыйыштыра, ҡунаҡҡа әҙерләнә)
(«Табын ҡороу» бейеүе).
Алып барыусы: Икенсе көндө Төлкө Торнаға ҡунаҡҡа килә. Торна аш бешереп, тар муйынлы көршәккә һала. Өҫтәлгә ултырта.

Торна: Аша, Төлкө дуҫ, аша!
Алып барыусы: Төлкө тар муйынлы көршәк янында эй, әйләнә, эй, әйләнә, ти. Уң яҡлап та ялап ҡарай, һул яҡлап та еҫкәп ҡарай, көршәккә бер нисек тә башы һыймай, ти. Ә Торна оҙон суҡышы менән бутҡаны рәхәтләнеп ашаған да бөткән, ти.
Торна: Ғәйепләмә, Төлкө дуҫ, башҡа бер нәмә лә юҡ!
Алып барыусы: Төлкө асыуланып ҡайтып киткән. Шул көндән башлап Төлкө менән Торнаның дуҫлығы бөткән, ти. Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгәндер, моғайын. Нисек ҡунаҡты ҡаршылайһың, ул да һине шулай ҡаршылар.
1-се бала: Беҙ бергә-бергә
Бейеп китәбеҙ.
Бейек күктәргә
Бейеп етәбеҙ.
2-се бала: Күңелле итеп
Йырлап торабыҙ,
Төрлө уйындар
Бергә ҡорабыҙ.
3-сө бала: Дуҫ менән көслө
Тотош Ер шары!
Белһен кешеләр
Тоғро дуҫ барын!
Алып барыусы: Дуҫты хөрмәт итергә кәрәк. Дуҫ булайыҡ! Дуҫлыҡ ҡәҙерен беләйек, балалар, шулай бит!
(Ҡатнашыусылар башҡарыуында «Дуҫлыҡ» йыры).


Гөлназ ХАФИЗОВА,
Ағиҙел ҡалаһының 43се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Рәссам Гөлназ ИҠСАНОВА.

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас