

- Ҡасан һин үҙеңде ысынлап бәхетле тойҙоң?
- Минең ниндәй ҡылығымдан, һүҙҙәремдән һинең кәйефең төшә, йә хатта ҡурҡаһың?
- Әгәр беҙҙең ғаиләлә ниҙер үҙгәртеп булһа, нимәне үҙгәртер инең?
- Һинең миңә һөйләргә ҡурҡҡан берәй серең бармы? Теләһәң, һөйлә, мин асыуланмаҫҡа һүҙ бирәм.
- Ҙурайғас, ниндәй кеше булырға хыялланаһың? (был осраҡта һүҙ һөнәр хаҡында түгел, ә тап кешелек сифаттарын тураһында булһын)
- Мин ниндәй һүҙҙәрҙе йышыраҡ ҡулланам? (Һеҙҙең һүҙҙәрегеҙ баланың тормошон, донъяға ҡарашын булдыра - онотмағыҙ)
- Әгәр тылсымлы таяғың булһа, был тормошта нимәне үҙгәртер инең?
Был һорауҙарҙы биргәндә балаға ярҙам итергә, уның менән бергә яуап эҙләргә тырышмағыҙ. Бала тик үҙ күңелен тыңлап, үҙ хистәренә таянып яуап бирһен.
Фото: Нүрзилә менән Инзирә Баязитоваларҙан.