

ӘСӘЙЕМ МИНЕ НИ ӨСӨН ЯРАТА?
Бала уны әсәһе ни өсөн яратҡанын һөйләп бирһен. Шулай уҡ атаһы ни өсөн ярата? Өләсәһе? Башҡа яҡындары?
МИН - БАТША!
Был уйын бер-нисә балаға тәғәйенләнгән.
Бүлмә уртаһына ултырғыс ҡуйығыҙ. Был - тәхет. Унда ултырған һәр кем батшаға әйләнә.
Балалар алмашлап шул "тәхет"кә ултырһын, "тәхет"тә ултырған баланың әмерен башҡалар үтәргә тейеш.
МАҠТАУ ҺҮҘЕН ӘЙТӘЙЕК!
Балалар түңәрәккә теҙелеп тора һәм сират буйынса бер-береһенә боролоп, күршеһенең ҡайҙы сифаты оҡшауын әйтә. Маҡтау һүҙен ишеткән бала мотлаҡ рәхмәт әйтә.
ҠОЯШ НУРҘАРЫ
Төркөмдәге бер бала "боҙлауыҡ"ҡа әйләнә һәм, уны йылытыр өсөн, уртаға баҫтырабыҙ ҙа, уның тураһында йылы һүҙҙәр әйтәбеҙ.
Был һүҙҙәрҙән бала "ирей" һәм уртаға икенсе "боҙлауыҡ" сыға.
Ә МИН!...
Балалар түңәрәк яһап ултыра. Һәм, алмашлап, һәр береһе үҙ һөнәрен, яҡшы яҡтарын һанарға тейеш. Мәҫәлән, мин саңғыла йөрөй беләм, һүрәт төшөрәм...
Әгәр ҡайһылыр бала ҡыйынһынһа, башҡалар ярҙамға килә һәм баланың һөнәрҙәрен үҙҙәре һанап бирә.