+10 °С
Дождь
VKЕңеүгә - 80 йыл
Тәрбиә дәрестәре
9 Апреля , 06:07

ҠУРҠЫУҘЫ ЕҢЕРГӘ ЯРҘАМ ИТӘЙЕК

Кескәй балалар йыш ҡына ҡараңғынан, йә төрлө шәүләләрҙән ҡурҡа. Уйын ярҙамында балаларҙың ҡурҡыуын кәметергә, бөтөрөргә ярҙам итәйек.

ҠУРҠЫУҘЫ ЕҢЕРГӘ ЯРҘАМ ИТӘЙЕКҠУРҠЫУҘЫ ЕҢЕРГӘ ЯРҘАМ ИТӘЙЕК
ҠУРҠЫУҘЫ ЕҢЕРГӘ ЯРҘАМ ИТӘЙЕК

КЕМ НИСЕК ҠУРҠА?
Бала менән ҡайһы йәнлек нисек ҡурҡыуы хаҡында һөйләшәйек. Йә төрлө йәнлектәрҙең һүрәтен балаға күрһәтегеҙ һәм баланан шул йәнлектәрҙең нисек ҡурҡыуын күрһәтеп бирергә һорағыҙ.

ҠУРҠЫУҘЫ ҺҮРӘТКӘ ТӨШӨРӘЙЕК!
Бала үҙенең ҡурҡыуын һүрәткә төшөрһөн. Һәм шул ҡурҡыуы янында үҙен дә эшләһен. Үҙен мотлаҡ ҙурыраҡ, көслөрәк итеп һүрәтләһен.

ҠЫЙЫУ ЙӘНЛЕК
Бала менән бер ваҡытта ла, бер кемдән дә ҡурҡмаған йәнлек уйлап сығарығыҙ. Аҙаҡ уны һүрәткә төшөрөгөҙ - мөгөҙө бармы уның? Ниндәй төҫтә? Ниндәй ҙурлыҡта?
Һәм был йәнлеккә исем бирегеҙ.

КЕМ НИСЕК ИЛАЙ?
Йәнлектәр ҡурҡҡанда нисек илай?
Бала һәр йәнлекте ҡабатлап күрһәтһен. Һәм бергәләп шул "илаған" йәнлектәрҙе йыуатыр һүҙҙәр эҙләгеҙ.

ҠУРҠЫНЫС = КӨЛКӨ
Баланан ҡурҡыныс ҡарасҡыларҙы һүрәткә төшөрөргә һорағыҙ. Һәм шул геройҙарға исем бирегеҙ. Ә хәҙер шул ҡарасҡыларҙы көлкөлө клоундарға әйләндерегеҙ - ирмәк танау буяғыҙ, сәстәрен һары, ҡыҙыл итегеҙ, көлкөлө башлыҡ кейҙерегеҙ һәм башҡалар.

ӘКИӘТ ТӨҘӨЙӨК
Бала менән бергә ҡурҡыныс әкиәт уйлап сығарайыҡ һәм был әкиәт тик изгелек, яҡшылыҡ менән тамамланһын.

Ҡурҡыуҙы еңергә ярҙам итеүсе иң шәп уйын - йәшенмәк! Ул яңғыҙлыҡ, ҡараңғылыҡтан ҡурҡыуҙы еңергә ярҙам итә.

 

Фото: Нүрзилә менән Инзирә Баязитоваларҙан.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас