+10 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл

Телефонды көнөнә нисә тапҡыр алып ҡарайһығыҙ?

Бала кешегә ата-әсәһенең был ҡылығын ҡабатлау өсөн күп кәрәкмәй. Сөнки ул автоматик рәүештә өлкәндәрҙе ҡабатлай.

Телефонды көнөнә нисә тапҡыр алып ҡарайһығыҙ?Телефонды көнөнә нисә тапҡыр алып ҡарайһығыҙ?
Телефонды көнөнә нисә тапҡыр алып ҡарайһығыҙ?

Ата-әсәләр телефонды социаль селтәрҙәрҙә килгән хәбәргә яуап бирер өсөн генә ҡабыҙмай. Һауа торошон тикшерергә. Фотоға төшөрөргә. Тиҙ генә яңылыҡтарға күҙ йөрөтөргә... Һәм "тиҙ генә" тиеүебеҙ берәй сәғәткә һуҙылып китә. Ата-әсәләрҙең телефонға бәйле булыуын «фаббинг» термины менән атайҙар.

 

Ә балаға иғтибар кәрәк. Ул бергә уйнарға һорай. Тик ата-әсәнең ваҡыты юҡ. Йә арыған.

 

Ә хәҙер уйлап ҡарайыҡ. Был ваҡытта баланың аңында ниндәй уйҙар барлыҡҡа килә?
"Миңә ҡарағанда телефон экраны ҡыҙығыраҡ".
"Телефондағы яңылыҡтар миңә ҡарағанда мөһимерәк".
"Мин ҡамасаулайым".

 

Был осраҡта ата-әсә лә үҙ ғәйебен тоя. "Тағы ла телефонда артығын ултырҙым шикелле"...
Белгестәр билдәләүенсә, ата-әсәһе күп ваҡытын телефонға бүлгән балалар төнөн дә насарыраҡ йоҡлай.

 

❓Ә һеҙ телефонға көнөнә күпме ваҡытығыҙҙы бүләһегеҙ?

 

Фото: Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә
төркөмөнән.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас