-16 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
12 Февраль , 13:21

Ата-әсәләргә - балалар хаҡында.

Бала тәрбиәләү - ауыр һәм яуаплы хеҙмәт. Белгестәрҙең тәжрибәһенә таянып, ҡайһы бер мәсьәләләргә туҡтап китергә булдыҡ. Фекерҙәрегеҙ менән бүлешегеҙ!

Ата-әсәләргә - балалар хаҡында.
Ата-әсәләргә - балалар хаҡында.

1. Тормош телефондан ҡыҙығыраҡ булһа...

 

Күңелһеҙ булһа, балалар телефон һорай башлай. Ә ниндәйҙер ҡыҙыҡлы шөғөл, уйындар булғанда, улар гаджет хаҡында онота.
Бәлки, бергәләп ҡыҙыҡлы китаптар уҡыһаҡ, өҫтәл уйындарын тәҡдим итһәк, бергә ваҡыт үткәрһәк, ысынбарлыҡ телефондан ҡыҙыҡлыраҡ күренер? Хатта балаға бер аҙ күңелһеҙләнергә мөмкинлек бирегеҙ ти бит белгестәр - тап күңелһеҙ булғанда бала фантазияһын эшкә егә, үҙенән-үҙе ниндәйҙер уйындар уйлап сығара башлай.

 

2. Иртәнге аш ваҡыты - мөһим төшөнсәләр өсөн.

 

Иртәнсәк баланың мейеһе лә, психологик торошо ла - тотороҡло хәлдә. Тап ошо ваҡытта бала яңы мәғлүмәтте яҡшы ҡабул итеүсән.
Шуға ла иртәнге аш ваҡытында, һүҙ араһында ғына итеп, балаға кәрәкле мәғлүмәтте бирергә була. Нимә яҡшы, нимә насар - был төшөнсәләрҙе лә аҡыл өйрәтмәйенсә, фәһемле генә еткереп бирергә мөмкин.

 

3. Балалар "өҫтәл аҫтында" яҡшыраҡ ишетә.

 

Балалар ололарҙың һөйләшкәнен һиҙҙермәй генә тыңларға ярата. Аҡыл өйрәтергә маташҡанда ла кескәйҙәр һүҙ көрәштерергә тырыша бит. Ә шул уҡ төшөнсәләрҙе икенсе кешегә һөйләгәндә, тыныс ҡына тыңлап ултыралар.
Мәҫәлән, "Уйынсыҡтарыңды йый, нисә әйтергә була?!" - тигәнсе, тормош иптәшегеҙгә әйтегеҙ: "Ошо уйынсыҡтарҙы йыйһалар, эй бәхетле булыр инем!" йә "Ҡара әле, ниндәй уңған беҙҙең балалар: уйынсыҡтарын йыйып та ҡуйғандар!"

 

4. Балаға "типә-тиң" булығыҙ.

 

Бала һеҙҙе яҡшыраҡ ишетһен өсөн, уның менән тиң һөйләшегеҙ: бер аҙ эйелегеҙ, ултырһа - һеҙ ҙә ултырығыҙ. Типә-тиң булып, бер тулҡын барлыҡҡа килтерегеҙ.

 

5. Беҙ бит оҡшаш!

 

Бала менән оҡшаш әйбер, кейемдәрегеҙ булһа, бала һеҙҙе үҙе менән тиң тоя.
Мәҫәлән, бер иш ойоҡтар, бер иш бейәләй, дәфтәрҙәр...
Ҙур әһәмиәткә эйә түгел күренеш кеүек, әммә бала быға иғтибар бирәсәк: һеҙ бейәләй кейҙегеҙме - ул да кейә, һеҙ дәфтәрҙәрегеҙҙе йыйнап һалдығыҙмы - ул да йыйыштырырға ашыға.

 

6. "Ярамай"ҙы күп ҡулланырға ярамай!

 

Ата-әсәләр һәр ваҡыт "Ярамай!" - тип торһа, бала был һүҙгә иғтибар итмәй башлай.
"Ярамай"ҙы әҙерәк ҡулланып ҡарайыҡ әле?
"Шауларға ярамай!" урынына - "Әйҙә, шымыраҡ һөйләйек".
"Бырсанырға ярамай" түгел, ә "Ошолай итһәң, кеәемең таҙа ҡаласаҡ".

 

7. Һинең бына ниндәй уңыштарың бар!

 

Төрлө саҡтар була. Баланың үҙ-үҙенә ышанысы төшөп китһә, йә уңышһыҙлыҡҡа юлыҡһа, телефонығыҙҙы алығыҙ ҙа, уның еңеү, уңыштары төшөрөлгән фотоларын күрһәтегеҙ. Ҙур еңеүҙәре булмаһа ла, балалар баҡсаһында матур итеп сығыш яһауы, уңышлы килеп сыҡҡан рәсемдәре - барыһы ла уның кәйефен күтәрерлек булһын. Беҙҙең мейе ҡай саҡ ҡоро һүҙгә ышанмай, уға ҡай саҡ әйтелгәндәрҙе иҫбатлаусы ерлек кәрәк.

 

Фото: Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә төркөмөнән.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас