Яңы Морапталдан Кинйәғоловтар ғаиләһе күптәр өсөн үрнәк һәм өлгө булырлыҡ. Азат менән Эльвира дүрт бала тәрбиәләй, бәләкәстәренә әлегә 8 генә ай. Һәм был матур ғаилә 20225 йылда үҙҙәренең 15 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләне.
Эльвира Илфат ҡыҙы "Алһыу" балалар баҡсаһы мөдире булып эшләй, әлегә - декрет ялында. Азат Әхтәм улы күп йылдар инде Киров исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативында агроном булып эшләй. Ауыл хужалығын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.
Кинйәғоловтар ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Азат Әхтәм улы тыуған яғында - Үрге Бабала мәсет төҙөүҙә ҙур финанс ярҙамы күрһәтте. Ул - Көйөргәҙе районы Советы депутаты ла. Эльвира Илфат ҡыҙы ысын ҡул оҫтаһы: ул бәйләй ҙә, тегә лә, ә күптән түгел яңы шөғөл – ротангтан кәрзин үреүҙе үҙләштерҙе. Шулай уҡ Мораптал ауыл советының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе лә булып тора.
Был ғаиләнең тағы ла яратҡан шөғөлө - умартасылыҡ. Был эшкә улар балаларын да йәлеп итә, хеҙмәт һәм тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләйҙәр.
Уларҙың ғаилә бәхетенең сере, Эльвира Илфат ҡыҙы әйтеүенсә, бик ябай - ул үҙ-ара аңлашып, кәңәшләшеп йәшәү һәм үҙ-ара ярҙамсыл булыу. Был сифаттар бәхеткә ынтылыусылар өсөн бик яҡшы нәсихәт булып тора.
Ҡорған ғаиләгеҙ шулай ныҡлы, татыу, бергә үтер юлығыҙ оҙон булһын! Йортоғоҙ бәхет һәм йәм менән тулһын, Кинйәғоловтар!