-15 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
19 Ғинуар , 13:56

Кескәйҙәр өсөн һорауҙар

Бөгөн кис, өйҙә йыйылғас, ошо һорауҙарҙы үҙегеҙҙең бәләкәстәргә биреп ҡарағыҙ. Яуаптары һеҙҙе һоҡландырыр, ғәжәпләндерер һәм, әлбиттә, балағыҙҙы яҡшыраҡ аңлай башларға ярҙам итер!

Кескәйҙәр өсөн һорауҙар
Кескәйҙәр өсөн һорауҙар

1. Мин һине яратҡанды тояһыңмы? Ә нисек тояһың, күрәһең?

 

2. Мин ҡосаҡлаһам, үпһәм, оҡшаймы һиңә? Йышыраҡ ҡосаҡлауымды теләр инеңме?

 

3. Беҙ бергә башҡарған ҡайһы эш, шөғөл нығыраҡ оҡшай?

 

4. Мин һиңә биргән бүләктәр араһында иң оҡшағаны - ҡайһыныһы? (Ҡайһы бер балалар өсөн был уйынсыҡ булмаҫҡа ла мөмкин).

 

5. Һиңә бүләкте бергә һайлау оҡшаймы, әллә көтөлмәгәнсә алып бирһәк ҡыҙығыраҡмы?

 

6. Әгәр һинең тылсым таяғың булһа, был көндә нимәне үҙгәртер инең?

 

7. Миңә һөйләргә теләгән, ләкин әлегә һөйләргә ҡыймаған берәй серең бармы?

 

8. Был көнгә нимә өсөн айырыуса рәхмәтлеһең?

 

9. Ниндәй осраҡта мин һинең менән нығыраҡ ғорурланам кеүек тойола?

 

Фото: Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә төркөмөнән.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас