Мәҫәлән:
1. Балаларҙы йоҡлатырға, йә йыуындырырға кәрәккәндә ата-әсә үҙ-ара "Бөгөн мин! Минең сират!" тип, һүҙ көрәштереп алһа, кескәйҙәргә был бик тә оҡшап ҡаласаҡ. Улар үҙҙәренең әһәмиәтен, мөһимлеген тойор.
2. Кескәй баланың яҡшы ҡылыҡтарын уның уйынсыҡтарына ҡысҡырып һөйләгеҙ, маҡтағыҙ, ғорурланыуығыҙҙы әйтегеҙ.
3. Башҡалар алдында баланың ниндәй аҡыллы, матур, көслө булыуы хаҡында һөйләгеҙ. Был уның үҙ-үҙенә ышанысын арттырыр.
4. Бәләкәсегеҙ ҡысҡырып илап, енләнһә лә, уны ҡосаҡлағыҙ, ошондай саҡтарҙа ла яратыуығыҙҙы белдерегеҙ.
5. 10/10/10 ҡағиҙәһе.
Йоҡонан уянғас - 10 минут, күрешмәй торғандан һуң - 10 минут, йоҡлар алдынан 10 минут мотлаҡ бала менән бергә булығыҙ. Уның өсөн был бик мөһим.
Фото: Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә төркөмөнән.