-15 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
14 Ғинуар , 12:31

Балалаларҙың үҙ-үҙенә ышанысы көслө булһын өсөн...

Фото: Нүрзилә һәм Инзирә Баязитоваларҙан.

Балалаларҙың үҙ-үҙенә ышанысы көслө булһын өсөн...
Балалаларҙың үҙ-үҙенә ышанысы көслө булһын өсөн...

1. Еңеүҙәре өсөн генә маҡтамағыҙ.
Тырышлыҡтары өсөн дә маҡтағыҙ.
"Һинең тырышлығыңды мин күрҙем, һиҙҙем". "Ауыр булған саҡта ла һин бирешмәнең!" - был һүҙҙәр бала кешегә бик кәрәк.
Ошо һүҙҙәрҙе ишеткән бала беренсе уңышһыҙлыҡҡа юлыҡҡанда ла бирешмәҫ.

 

2. Бала яңылышҡанда уны яңғыҙ ҡалдырмағыҙ.
Өндәшмәй ҡалмағыҙ.
Бүлмәһенә индереп ебәрмәгеҙ.
"Шулай булырын белә инең/белә инем" тимәгеҙ!
Бала белергә тейеш: яңылышҡанда ла ата-әсәһе уны ярата. Яңылышҡан бала - насар бала түгел.

 

3. Балаға бар хис-тойғоларҙы кисерергә мөмкинлек бирегеҙ.
Ҡысҡырып илаһа ла. Уйынсыҡтарын атып бәрһә лә. Был ҡылыҡтары йәнегеҙгә тейһә лә.
"Ниңә һин шулай?" "Шуны ла күтәрә алмайһың!" - бындай һүҙҙәр менән оялтырға ашыҡмағыҙ.

 

4. Баланы аңлар өсөн, уны тыңлай белегеҙ.
Төҙәтергә, өйрәтергә, еңергә ашыҡмағыҙ.
Үҙ-үҙенә ышанған бала белә: "Минең фекерем менән килешмәһәләр ҙә, минең менән ризалашалар, мине ишетәләр".

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас