Ике йәшлек Нурландың сәкәне лә , конькиһы ла бар. Әлегә ул конькила йөрөй белмәй, әлбиттә. Ләкин Нурлан - хәҙерҙән шәп көйәрмән! Атаһы уйнаған бер уйынды ла ҡалдырмай!
Нурлан башҡортса матур, таҙа һөйләшә, өләсәһенә ауылда һыйырҙарҙы ла ҡараша. Олатаһы менән аттарға һыу эсерергә ярата. Уның "Тити" исемле ҡуяны ла бар. Ә яратҡан уйынсығы - йөк машинаһы "Камаз".
Әсәһе Лилиә һәм атаһы Иҙел һәр саҡ Нурланды төрлө ярыштарға, урындарға дәртләндерә.
Өлгөр Нурланға күңелле баласаҡ теләйбеҙ!
Афарин был балаға! Күҙ теймәһен!
Сәйҙә Сәйәхова,
Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы секретары.