Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
19 Октябрь , 15:01

Ил терәге - атайҙар!

Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан илебеҙҙә яңы байрам – Атайҙар көнө булдырылғайны. Ул 2021 йылдан алып октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә.

Ил терәге - атайҙар!
Ил терәге - атайҙар!
Байрамығыҙ менән, атайҙар! Донъя тыныслығы, ғаилә именлеге, һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ һеҙгә!
 
АТАЙҘАР ХАҠЫНДА МӘҠӘЛДӘР
✔️Ата балаһы хур булмаҫ.
✔️Аталы бала арҡалы.
✔️Атайҙар һүҙе – аҡылдың үҙе.
✔️Атай булмай тороп атай ҡәҙерен белмәҫһең,
Әсәй булмай тороп әсәй ҡәҙерен белмәҫһең.
✔️Атаң улы ғына булма - әҙәм улы бул.
✔️Атаң барҙа ир таны, атың барҙа ер таны.
✔️Арҡаланып йәшәр өсөн ҡанын бүлгән атай кәрәк, иркәләнеп йәшәр өсөн йәнен бүлгән әсәй кәрәк.
✔️Ата-әсә һүҙе — бала-саға күҙе.
✔️Атанан йәш ҡалдым, аҡылдан буш ҡалдым.
✔️Атанан күргән уҡ юнған, инәнән күргән тун бескән.
✔️Атаһы ғәйрәтле булһа, улы ғибрәтле булыр.
 
Фото: Дим Хәсәнов

 

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: