+3 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
21 Сентябрь , 13:29

Өләсәйҙәр тәрбиәһе – хазина тулы һандыҡ!

Көйөргәҙе районы Яҡут ауылы ағинәйҙәре һәм Яңы Мораптал балалар баҡсаһы эсендә барлыҡҡа килгән "Йәш өләсәйҙәр" клубы матур сара ойошторҙо.

Өләсәйҙәр тәрбиәһе – хазина тулы һандыҡ!
Өләсәйҙәр тәрбиәһе – хазина тулы һандыҡ!

Ейән-ейәнсәрҙәр, өләсәйҙәр һәм ағинәйҙәр китапханала шиғырҙар һөйләп, әкиәттәр уҡыны. Китанханасы балаларға гәзит-журналдар тураһында һөйләне, балалар яҙыусылары менән таныштырҙы.

 

Кескәйҙәр өсөн иң ҡыҙығы июль һанында сыҡҡан "Аҡбуҙат" журналы булды. Сөнки был һан "Урал батыр"ға арналған!

 

Малайҙарҙың Урал кеүек батыр, ҡыҙҙарҙың Һомай кеүек һөйкөмлө булғылары килеүе ҡыуандырҙы. Осрашыу аҙағында "Һомай" йырына бейеп, матур, сағыу милли кейемдәрҙә фотоға төштө сарала ҡатнашыусылар.

 

Әйткәндәй, "Йәш өләсәйҙәр" клубы август айында Яңы Мораптал ауылы "Алһыу" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Земфира Хәниф ҡыҙы Ғүмәрова етәкселегендә ойошторолдо. Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү , һаҡлау һәм башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү, ғаилә ҡиммәттәрен һәм йолаларын һаҡлау - өләсәйҙәр ойошмаһының төп маҡсаты.

 

Бөгөнгө көндә клубтың үҙ положениеһы, үҙ планы бар.

Өләсәйҙәр тәрбиәһе – хазина тулы һандыҡ!
Өләсәйҙәр тәрбиәһе – хазина тулы һандыҡ!
Өләсәйҙәр тәрбиәһе – хазина тулы һандыҡ!
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: