Унда милли белем биреү ойошмаларына педагогик кадрҙар әҙерләү үҙенсәлектәре, "Аҡбуҙат" мәғариф проекты буйынса эш һөҙөмтәләре: "Аралаш", "Полиглот", "Уйнайыҡ" модуле; "Урал батыр мәктәбе" проекты нигеҙендә мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа башҡорт теленә һөйөү һәм илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү; "Урал батыр мәктәбе" проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҡулланылған уйындар; эпосты ҡулланыуҙа индерелгән методик ҡулланмалар кеүек мәсьәләләр ҡарала.
Кәңәшмәлә сығыш яһаусылар: Зөлфиә Васил ҡыҙы Ниғмәтова, "Фәнни-мәғлүмәти-методик үҙәк" өҫтәмә белем биреү муниципаль бюджет мәғариф учреждениеһының мөдире; Фәйрүзә Рәис ҡыҙы Мусабирова, 308-се башҡорт балалар баҡсаһы мөдире; Лена Вәкил ҡыҙы Фәйрүзова, БР Мәғариф министрлығы милли мәғариф идаралығы милли мәғариф бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты; Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова, филология фәндәре докторы, профессор, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы; Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире, балалар яҙыусыһы; Нәйлә Мөхәмәдйәр ҡыҙы Вәлиева, 40-се башҡорт балалар баҡсаһы мөдире; Айгөл Әхтәм ҡыҙы Исхаҡова, Баймаҡ ҡалаһының Бала үҫтереү үҙәге "Айыуҡай" балалар баҡсаһы мөдире; Гөлдәр Абдулла ҡыҙы Байымова, Баймаҡ ҡалаһының Бала үҫтереү үҙәге "Айыуҡай" балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды; Сәлимә Рафиҡ ҡыҙы Усманова, Баймаҡ ҡалаһының Бала үҫтереү үҙәге "Айыуҡай" балалар баҡсаһының музыка етәксеһе; Альбина Альберт ҡыҙы Мусина, 18-се башҡорт балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.
Кескәйҙәр менән эшләгән тәрбиәселәр, уҡытыусылар үҙ-ара тәжрибә уртаҡлаша, кәңәшләшә, туған телде ҡурсалау, балалар күңелендә мәҙәниәтебеҙ һәм тарихыбыҙға ҡарата һөйөү уятыу, илһөйәрлек тәрбиәләү кеүек бик мөһим һорауҙарҙы күтәрә бөгөн.