Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
1 Август , 14:13

Телтөҙәйткес, тиҙәйткестәр

Өн-хәрефтәрҙең дөрөҫ әйтелешен өйрәнгәндә түбәндәге телтөҙәйткестәрҙе ҡулланырға мөмкин.

Телтөҙәйткес, тиҙәйткестәр
Телтөҙәйткес, тиҙәйткестәр

Та-та-та – Талип тауыҡ ашата,
Ти-ти-ти – тип саҡыра, ти.
Тә-тә-тә – күршенекен өркөтә,
Ти-ти-ти – йөрөмә бында, кит, ти.
Ты-ты-ты – күрше тауығы ҡурҡты,
Тө-тө-тө – кәртәнән осоп төштө.
Те-те-те – Талип тағы ем һипте,
Тө-тө-тө – Талиптың еме бөттө

Һарыҡ һап-һоп баҫып,
һыйырға һыйланырға килгән,
һыйыр, һәлпелдәй-һәлпелдәй,
һармаҡ һарыҡты һап-һары һалам менән һыйлаған.

Өйҙәгеләрҙе өҙлөкһөҙ
Өйрәтә өләсәйем:
“Өлкәндәр өгөт өләшә,
Өгөттәр өләшәйем!
Өлкәндәр өмөт өләшә-
Өмөттәр өләшәйем!”-
Өҙөлөп- өҙөлөп,
Өҙөлөп- өҙөлөп,
Өндәшә өләсәйем.
(Ә.Әхмәт-Хужа)

Ҡа, ҡа, ҡа – ҡыр ҡаҙҙары бейек оса
Күк, күк, күк – урманда ҡысҡыра кәкүк
Ҫа, ҫа, ҫа – һалдаттар сафҡа баҫа,
Ға, ға, ға – ҡара һин тик алға.

Ишек-ишек-ишектер
Ишек башы тишектер,
Шауламағыҙ, балаларым,
Мулла бабай ишетер

БАҪ, БАҪ!
Баҫ, баҫ, Аҫылбикә!
Баҫ, баҫ, Аҫылбай!
Әҫәрләнеп баҫмайынса,
Тәьҫирләнеп баҫмайынса,
Иләҫләнеү баҫылмай!
(Ә. Әхмәт-Хужа)

ЭТ
Эй энекәш, энекәш,
Этең этлеген итә,
Эш эшләп этләнгәндә,
Тота ла тешләп китә.
Эт эшенең эҙемтәһе –
Минең йыртылған күлдәк.
Эргәмдә юҡ энә, еп тә,
Торам эт кеүегерәк.
(И.Морат)

Өммөгөлсөм өләсәйем
Өлөштәрен өләшә.
Өлөшһөҙҙәр көтә өлөш,
Өлөшлөләр көлөшә.

Фото: "Kөнгәк гәзите. Мәләүез" төркөмөнән

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: