Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
15 Июль , 14:23

Минең татыу ғаиләм

Бер ғаиләлә йәшәү – ул бер-береңде хөрмәт итеү, яратыу, ярҙамлашыу.

Мин Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Манаповтар ғаиләһендә тыуғанмын. Беҙҙең ғаиләлә һигеҙ кеше: атай, әсәй, Сулпан апайым, Зөһрә һәм Асия, Алсын менән Мансур ҡустыларым. Улар менән бер ваҡытта ла күңелһеҙ түгел, эш тә күп.

 

Һәр беребеҙҙең яратҡан һөнәре һәм ҡыҙыҡһыныуҙары бар. Мин һүрәт төшөрәм һәм волейбол уйнарға яратам. Атайым ҡурайҙа уйнай, волейбол менән шөғөлләнә, әсәйем - тәмлекәстәр бешереү оҫтаһы, апайым бейей, һеңлеләрем һүрәт төшөрә һәм бейергә маһир. Ә ҡустыларым бер-береһе менән көрәшергә ярата.

 

Шәүрә Манапова,
"Мин - йәш Шәһитсе" медиамәктәбе уҡыусыһы.

 

Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

 

#ФСГОРБ #ГрантыРБ

 

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: