Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
15 Июль , 14:12

Балағыҙ ярҙамсыл, эшлекле булып үҫһен, тиһәгеҙ...

Ата-әсәләр өсөн кәңәштәр.

Балағыҙ ярҙамсыл, эшлекле булып үҫһен, тиһәгеҙ...
Балағыҙ ярҙамсыл, эшлекле булып үҫһен, тиһәгеҙ...

1. Бергә эшләгеҙ.
Эш менән булғанда "Ҡамасаулама, бар, уйна", - тип, балағыҙҙы янығыҙҙан ҡыуырға ашыҡмағыҙ.
Янығыҙҙа йөрөһөн: билмән төрһөн, ниҙер турашһын, кер үтекләгәндә кейемдәрҙе биреп торһон һәм башҡалар.
Шулай уҡ эш барышында ни өсөн былай эшләр кәрәк, нисек дөрөҫ була - аңлатып барығыҙ.

2. Маҡтарға онотмағыҙ.
"Был эште һинән дә яҡшыраҡ башҡарыусы юҡ!" - тип әйтегеҙ. Саң һөртәме ул, иҙәндән ҡый сүпләйме - маҡтау һүҙҙәрен ишетеп торһа, балағыҙ икенсе юлы эшкә ҙур теләк менән тотонор.

3. Баланың характер үҙенсәлектәренә лә күҙ һалығыҙ.
Ҡайһы бер балалар тик кенә ултырып эшләргә яратһа, икенселәр бер эш менән оҙаҡ булыша алмай һәм башҡалар. Ошоларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ һәм балаға эшләүе күңелле, еңелерәк булған эштәр ҡушырға тырышығыҙ.

4. Уйнарға онотмағыҙ!
Балаларҙы уйын аша эшкә йәлеп итеү барыбер ҙә отошлораҡ. Шуға хеҙмәтте уйын менән аралаштырырға онотмағыҙ. Мәҫәлән, йыр ҡуйырға ла, ул тамамланғансы, өйҙө йыйыштырып бөтөргә кәрәк тигән бурыс ҡуйыу.

5. Баланың ярҙамы ысын кәрәкле булһын.
Баланы әүрәтер өсөн генә юҡ-бар эш ҡушмағыҙ. Үҙенең тырышлығы ысын кәрәк, мөһим икәнен бала һиҙәсәк.

6. Балалар сюрприз эшләргә ярата. Шуға ла, әгәр һеҙ әйтмәгәндә лә бәләкәсегеҙ урынын йыйып ҡуйҙы икән, йә тәрилкәһен йыуып түңкәрһә - шуны күрә белегеҙ, ысын күңелдән рәхмәт әйтеп, маҡтарға онотмағыҙ.

7. Бала эште баштан уҡ урын-еренә еткереп башҡарыр тип көтмәгеҙ. Әлбиттә, баштараҡ ул хаталанырға мөмкин, эште нисек эшләргә кәрәклеген аңлап етмәүе лә бар. Әммә бының өсөн әрләргә ярамай. Иҙән һепереп тә, артынан ҡый ҡалдырған икән - нисек матур итеп йыйыштырырға кәрәклеген аңлатығыҙ, йә иһә ҡалған ҡыйҙарҙы үҙе күрмәгәндә генә һепереп ҡуйығыҙ.

8. Балаға үҙаллы эшләргә рөхсәт итегеҙ. Әгәр ул оҙаҡ мыштырлай, эшен килтереп сығара алмай икән - тыныс ҡына көтөгөҙ. Ярҙам кәрәкһә, ул үҙе һеҙгә өндәшер.

9. Насар ҡылыҡтары өсөн шелтә урынына эш ҡушмағыҙ. Эш, хеҙмәт - ауыр, язалай торған нәмә тигән фекер тыуырға мөмкин бала күңелендә.

10. Эштәрҙе ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы, ир-егеттеке тип бүлә күрмәгеҙ. Һәр бала, мәҫәлән, һауыт-һаба йыуырға ла өйрәнһен, сөй ҡата ла белһен - киләсәктә кәрәге тейеүе бар.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: