Бөтә яңылыҡтар

Бармаҡ уйындары

Бармаҡ уйындары баланың ҡул мускулдарын нығытыуға, иғтибарын, хәтерен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү менән бер рәттән телмәр үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай.  

Бармаҡ уйындары
Бармаҡ уйындары

Биш бармағым уң ҡулда,
Биш бармағым һул ҡулда.
Бармаҡтарым ярҙам итер
Һанды оторға шунда.

Уң ҡулда ла биш бармаҡ,
Һул ҡулда ла биш бармаҡ.
Ике ҡулды бергә ҡуйһаң,
Булыр һиңә ун бармаҡ.

***

Бармаҡтарым арыны,
Хәҙер уйнап алырбыҙ.
Һәр бармаҡты бейетергә
Беҙ таҡмаҡтар табырбыҙ.

Баш бармаҡ бөрлөгән йыя,
Сығанаҡ бармаҡ салбар кейә,
Урта бармаҡ утын өйә,
Һуҡ бармаҡ һарыҡ ҡарай,
Сәтәкәй бармаҡ сәсен тарай.

***

Биш бармағым – биш туған,
Һәр ҡайһыһы бик уңған:
Иҙән йыуа, керҙәр элә,
Он иләй, икмәк телә,
Һәр эштең яйын белә.
Дәфтәргә хәреф теҙә,
Баҡсала үлән өҙә,
Энә тотоп сәскә сигә,
Матур итеп күлдәк тегә.
***
Беҙ яҙҙыҡ, яҙҙыҡ, яҙҙыҡ, (һауала яҙыу)
Бармаҡтарҙы талдырҙыҡ.
Хәҙер беҙ ял итәбеҙ (ҡулдарҙы һелкетеү)
Һәм тағы ла яҙабыҙ.…
***
Был бармаҡ – олатай бармаҡ,
Был бармаҡ - өләсәй бармаҡ,
Был бармаҡ – атай бармаҡ,
Был бармаҡ – әсәй бармаҡ,
Был бармаҡ – бәбәй бармаҡ,
уның исеме - Сәнтей.

***

Был бармаҡ – олатай,
Был бармаҡ – өләсәй,
Был бармаҡ – атай,
Был бармаҡ – әсәй,
Был бармаҡ - мин (Алмаз, мәҫәлән).

***

Баш бармаҡтар исәнләште
Баш бармаҡ менән,
Имән бармаҡ- имән менән,
Урта бармаҡ - урта менән,
Атһыҙ бармаҡ - атһыҙ менән
Сәнти бармаҡ - сәнти менән
Иҫәнләште бармаҡтар;
Ҡояш сыҡты, нурын сәсте.

***

«Уңған бармаҡтар»

Бармаҡтарҙы бөгөп барырға, һуңынан асырға:

Был бармаҡ ашай,
Ә был бармаҡ эсә,
Был бармаҡ йырлай,
Быныһы ял итә.

Был рәсемдәр ярата,
Бергә беҙҙе уйната.

 

Фото: Нүрзилә менән Инзирә Баязитоваларҙан

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: