Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
30 Июнь , 11:37

Ата-әсәләр өсөн

Ярамай!

Ата-әсәләр өсөн
Ата-әсәләр өсөн

🖍Балаларҙы дуҫтары, башҡа туғандары, бүтән кешеләр менән сағыштырмағыҙ;
🖍"Мин һинең өсөн барыһын эшләйем/һин минең елкәлә йәшәйһең, ошо булдымы рәхмәтең?" - бер ҡасан да был һүҙҙәрҙе балаларға әйтмәгеҙ;
🖍Үҙегеҙҙең ҡасандыр ҡабул булмаған хыялығыҙҙы балаға бәйләп, ул үҙе теләмәгән түңәрәктәргә йөрөргә мәжбүр итмәгеҙ;
🖍Бала -үҙ баһаһын белеп үҫһен, тиһәгеҙ, бер ваҡытта ла уның янында башҡаларҙы тәнҡитләмәгеҙ, тикшермәгеҙ!
🖍Балалар менән теләр-теләмәҫ һөйләшеп, уның һөйләгәнен иғтибарһыҙ тыңлау ҙа ярамай.
🖍Әлбиттә, ҡул күтәреү, баланы кәмһетеү, юғары тонда һөйләшеү шулай уҡ балаға насар тәьҫир итә;
🖍Баланың уңыштарына ҡыуана белмәү, уның яңы үрҙәрен иғтибарһыҙ ҡалдырыу, маҡтау һүҙҙәрен әйтә белмәү ҙә насар йоғонтоға эйә.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: