Һупайлы биҫтәһенең 130-сы урта мәктәбендә лә иң күңелле осор! Башланғыс класс уҡыусылары бик күңелле ял итә, спорт менән шөғөлләнә, уйнайҙар, етәкселәре уҡыусыларға ҡыҙыҡлы саралар үткәрә. Ә мәктәп баҡсаһында урта класс уҡыусылары биология уҡытыусыһы менән берлектә эшкә тотонған: түтәлдәрҙе утайҙар, һыу һибәләр. Йәйге ялдары бик файҙалы үтә шулай һупайлыларҙың!