+17 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн - Бөтә донъя бал ҡорттары көнө!

20 май Бөтә донъя бал ҡорттары көнө тип иғлан билдәләнә. Сөнки тап ошо көндә ҡортсолоҡҡа, умартасылыҡҡа нигеҙ һалған Антон Янша тыуған.

Бөгөн - Бөтә донъя бал ҡорттары көнө!
Бөгөн - Бөтә донъя бал ҡорттары көнө!

Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтлем наҙы бар, ти халыҡ мәҡәле. Шулай уҡ ошондай мәҡәл һәм әйтемдәр бар:

- Ҡорттоң инәһе ҡайҙа ҡунһа, күсе шунда ҡуна.
- Балы татлы, эше ҡаты.
- Балын яратһаң, ҡортон да ярат.
- Бар сағында — бал да май, юҡ сағында — ҡаты ла мыты.
- Барын-юғын белмәйҙер, бал теләйҙер тамағым.
- Бала балдан татлы.
- Бала саҡ – баллы саҡ.
- Баллы һүҙ баш әйләндерә.
- Бал татлы булһа ла, хеҙмәте әсе
- Бал тәмле тип бармаҡты тешләп булмай.

Башҡорт балы, бал ҡорттары, умартасылар тураһында Рәми Ғариповтың, Рауил Бикбаев, Әлфиә Әсәҙуллина, Рәмзәнә Абуталипова, Гүзәл Ғәлиева, Әлфис Ғаязов, Рәшит Заһиҙуллин һәм башҡа шағирҙарҙың әҫәрҙәре бар.

ТУҒАН ТЕЛ
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да — йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел —
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..
Рәми Ғарипов

БАШҠОРТОСТАН
Башҡортостан! Татлы балһың, кеүек,
Дегетсе бер оҫта кеүекһең –
Кейеменә мазут еҫе һеңгән
Һин, гүйә, бер эшсән егетһең.
Назар Нәжми

БАЛ ҠОРТТАРЫ

Аҡланда күҙ ҡамаштырып,
Үҫә төрлө сәскәләр.
Динә көлә: «Сәскәләрҙе
Бында бик күп сәскәндәр!

Ҡара, әсәй, бал ҡорттары
Бында осоп килгәндәр.
Сәскәләрҙә бал барлығын
Улар ҡайҙан белгәндәр?!”
Әлфиә Әсәҙуллина.

БАЛ ҠОРТО

Көнө буйы тынғы белмәй,
Бигерәк уңған бал ҡорто.
Шулай уңған булған өсөн,
Бал менән тулы йорто.

Айыу әйтә:
-Бал ҡорттары,
Мин бит һеҙгә теймәйем.
Бирегеҙсе, балығыҙҙы
Әҙерәк кенә тәмләйем!

Сәскәләрҙең татлы һутын
Мин дә татып ҡарайым.
Эй, егәрле дуҫҡайҙарым,
Бик үтенеп һорайым!
Рәмзәнә Абуталипова.


БЫНА ОШО БАЛ ҠОРТО

Ҡурай еләк
Балы менән
Сәй эсәбеҙ табында.
Бына ошо бал булғанда,
Ниҙәр кәрәк тағы ла.

Атай әйтә:
«Башҡорт балы
Йөрәгемә ял була.
Иң шифалы,
Иң сифатлы
Бына ошо бал була!»

Бал ҡорто
Осоп китә:
«Без дә без”.
Осоп ҡайта:
«Без дә без».
Әйтә, буғай,
Бал ҡорто:
«Бал йыйып
Өлгөрәбеҙ!»
Сәбәләнә
Битемде
Йыумай йөрөү
Килтерә бәләгә лә.

Ана бит, бер бал ҡорто
Шуғалыр сәбәләнә.
Рәшит Заһиҙуллин.



БАЛ ҠОРТТАРЫ

Олатайым умартасы
Исеме лә - Бал бабай.
Әллә телдәрен белә ул -
Ҡорттар уны саҡмай!

Мин умарталарға яҡын
Килергә лә ҡыймайым.
Килә ҡалһам, улар мине
Илатыр тип уйлайым.

Ниңә улар олатайҙы
Бер ҙә юҡҡа саҡмайҙар?
Әллә инде улар мине
Кескәй тип яратмайҙар?

Олатайым минән көлә,
Балһыҙ йәшәп булмай, ти.
Бал ҡорттары, ҡыҙым, һине
Сәскә тиеп уйлай, ти.
Әлфис Ғаязов.

ЙҮКӘ БАЛЫ

Олатай кәрәҙ ҡырҡты ла,
Аша, тип өҫтәлгә
Кәрәҙле бал ултыртты.
Бына һиңә йүкә балы,
Бер ҡабып ҡара әле!
Беҙҙең яҡтың йүкәләре
Йәмле генә түгел икән,
Тәмле лә икән әле.
Гүзәл Ғәлиева.

БАЛ
Бик тә тәмле
Бал, бал,
Әсәй, сәйгә
Һал, һал.
Ауырымам
Ҡыш-ҡыш,
Бал ашаһам
Йыш-йыш.
Гүзәл Ситдиҡова

БАЛ ҠОРТО
Тельняшка "кейгән" бал ҡорто
Быҙлап оса яҡында,
Әллә инде тыуып-үҫкән
Десантниктар янында.
Холоҡо ла бит шуларҙыҡы -
Ҡурҡмай ҙа ул бер ниҙән,
Ниңә инде ҡурҡһын ти ул -
Ул бит тельняшка "кейгән"!..
Ғ.Гайсин

БАЛ ҠОРТТАРЫ
Нисек итеп биҙмәйҙәр,
Бер туҡтауһыҙ безләйҙәр.
Безләшеп, улар беҙгә
Сәскәнән бал эҙләйҙәр.
Шәриф Бикҡол

 

Фотолар - Инзирә һәм Нүрзилә Баязитоваларҙан

Бөгөн - Бөтә донъя бал ҡорттары көнө!
Бөгөн - Бөтә донъя бал ҡорттары көнө!
Бөгөн - Бөтә донъя бал ҡорттары көнө!
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: