Балаларға Олотау тауына менеү, бейектән тирә-йүнде күҙәтеү бик оҡшаған.
Тауҙың тарихы: Олотау Ишмырҙа ауылына көнбайыштан терәлеп ятҡан ҙур тау. Уның итәге һәм битләүҙәре аҡ сауҡалыҡ менән ҡапланған. Юғары менгән һайын ағастар һирәгәйә бара, ә ташлы түбәһендә һирәк үләндәр генә үҫә. Ишмырҙа халҡы, уның ҡарты ла, йәше лә үҙҙәренең төрлө күңел кисерештәрен Олотау менән уртаҡлашҡан. Ошо тау итәгенә йыйылып байрамдарын үткәргән, ҡайғы-хәсрәтен дә таратҡан. Алыҫ сәфәр сығыр алдынан да, әйләнеп ҡайтҡас та бында Олотау менән серләшмәгән кеше булмаған. Был тауҙы бер оло абруйлы, ышаныслы терәк кеүек күреп Олотау тигәндәр.