

Вәкил йоҡоһонан уянды ла, юрғаны аҫтында ята бирҙе. Тышта Булат менән Әмирҙең тауышы ишетелде.
– Эй, йоҡосо! Әйҙә, көн эҫемәҫ элек Инйәргә барып һыу төшөп киләйек! Аҙаҡ уйнарбыҙ. Мин тубымды ла алдым, – тине Әмир.
Вәкил:
– Хәҙер, тамаҡ ялғап алам да...
Өйҙә Мәфтуха өләсәһе генә ине.
– Улым, бар, йыуынып ал да, өҫтәл артына ултыр.
Ашамай сығып китә күрмә! Уларҙың да ата-әсәләре эштәлер, сәй эсергә инһендәр!
– Сәй эсәһегеҙме, тип һорай өләсәйем.
– Юҡ, өйҙә эстек, әйҙә, йәһәтерәк!
Вәкил:
– Өләсәй, ә әсәйемдәр ҡайҙа?
– Ҡайҙа булһын инде: һәр береһе үҙ эшенә сығып китте. Мин артығыҙҙан сынаяҡ сайып өлгөрмәйем...
– Өләсәй, бәлки, миңә ашап тормаҫҡа, һиңә лә эш әҙерәк булыр?..
– Юҡ инде, улым, сынаяҡ сайыу ауыр түгел. Әле сипаратым да йыуылмаған.
Аллаһҡа шөкөр, туйғансы аша. Һуғыш йылдарында беҙҙең ас йөрөгән дә еткән.
– Эйе, беләм, өләсәй.
– Ҡайҙан беләһең?
– Мин әле «Ырғыҙ» романын уҡыйым, шунда яҙылған.
– Балам, һиңә әле ул китапты уҡырға иртәрәк түгелме?
– Өләсәй, мин бит инде өсөнсө синыфты тамамланым. Уҡытыусым Мәрйәм апай, йәй көнө уйнап ҡына йөрөмәгеҙ, китап та уҡығыҙ, тине. Мин оҙаҡ йөрөмәм, өләсәй, –
тине лә, Вәкил дуҫтары янына сығып йүгерҙе.
Булат, Әмир һәм Вәкил – бәләкәйҙән дуҫ. Уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары, холоҡтары, уйындары ла бер төрлө. Тоғро дуҫтар! Малайҙар Мәрйәм апайҙары өйрәткән:
По долинам и по взгорьям
Шла дивизия вперед.
Чтобы с боя взять Приморье –
Белой армии оплот!» – тигән йырҙы йырлай-йырлай, саң туҙҙырып, Кесе Инйәр яғына юлланды. Матур йырҙарҙы уҡытыусылары күп белә.
Инйәр йылғаһы йылы, балалар унда рәхәтләнеп һыу инә. Халыҡ мунса мейесенә лә ташты ошонан килеп ала. Тауыҡ йомортҡаһы кеүек йомроҡас ҡына бит ул таштар!
Мунсаға ҙурҙары ла, бәләкәстәре лә ярай, тип өйрәтә олатаһы Вәкилгә.
Дуҫтар һыу инеп алғас, ҡомлоҡта таяҡ менән «Туп ҡағыш» уйнаны. Был яҡтарҙа балаларҙың яратып уйнаған уйыны ул. Шарты ябай: ике сик һыҙығы һыҙыла.
Уйынсылар икегә бүленә. Шыбаға тотошалар, ҡулы өҫкә сыҡҡаны – туп һуға, ҡулы аҫта ҡалғаны – туп көтә. Күп нәмә лә кәрәкмәй: таяҡ, таҡта һәм туп ҡына.
Һуғыусыларҙың береһе тупты беренсе һыҙыҡтан көтөүселәр яғына таяғы менән һуғып ебәрә лә, туп артынан икенсе сик һыҙығына йүгерә. Көтөүселәр тупты тота
һалып, йүгереүсе балаға бәреп тейҙерергә тырыша. Әгәр туп йүгереүсегә икенсе һыҙыҡҡа барып етмәҫ элек тейһә, уйынсылар урындарын алмаша. Тейҙерә
алмаһалар, һуғыусылар уйынды дауам итә. Йүгергән бала үҙ яғына кире әйләнеп ҡайта, сираты еткәс, тағы туп һуға. Уйында нисә кеше уйнаһа ла була. Кеше ни ҡәҙәр
күп булһа, уйнауы ла күңеллерәк!
Йүгереп арығас, малайҙар ҡом өҫтөнә һуҙылып ятты. Эх, бәхетле баласаҡ!
Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.
Рәссам Азамат ҒАРИПОВ.