+20 °С
Болотло
VK
Хикәйәләр
26 Март , 07:15

ҠУРСАҠ

Хикәйә

ҠУРСАҠҠУРСАҠ
ҠУРСАҠ

Рәшиҙәне әсәһе иртә уятты:
– Бөгөн байрамға барабыҙ, йыйын, – тине, сәсенән һыйпап.
Оҙаҡ ҡына автобуста барғандан һуң, бейек йорттар эргәһендә төштөләр. Лифтта менгәндән һуң, ишек төбөнә килеп етеү менән, ул асылып та китте. Көтөп кенә торғандар
икән. Өлкәндәр иҫәнләшкән арала, Рәшиҙә янына ҡурсаҡ кеүек ҡыҙ килеп етте. Һары ебәк сәстәренә ҡупшы бантик ҡундырған, күпереп торған селтәр күлдәк кейгән.
– Гүзәл, таныш, һиңә дуҫ килгән, – тине хужабикә апай. Ҡыҙыҡай алсаҡ икән, Рәшиҙәне етәкләп үҙ бүлмәһенә алып инеп тә китте.
– Әйҙә, уйнайыҡ, бөгөн минең тыуған көнөм. Әсәйем миңә яңы ҡурсаҡ бүләк итте, бына, – тине яңы танышы. Шкаф – тулы уйынсыҡтар. Ҡурсаҡтар ғына әллә нисә кәштә. Рәшиҙә ғәжәпләнде.
Матур итеп ҡороп ҡуйылған ҡурсаҡ өйөнән бер нисәһен алып уйнай башланылар.
– Минең ҡурсағым әсәй булыр, ә һинеке – уның ҡыҙы, – тине Гүзәл. Уйнауы күңелле! Ҡурсаҡ ғаиләһе магазинға барҙы, әсәй кеше бүләк һайланы. Шул ваҡыт ҡыҙҙарҙы өҫтәл артына саҡырҙылар.
Ҙур түңәрәк өҫтәлгә ниндәй генә һыйҙар теҙелмәгән! Шулай ҙа Рәшиҙә үҙен тәртипле тотто, әсәһе өйрәткәнсә. Ҡыҙыҡайға иң оҡшағаны, әлбиттә, торт булды. Рәшиҙәнең әсәһе Гүзәлгә сағыу һүрәтле халыҡ әкиәттәре китабын бүләк итте.
Гөлнара апай күстәнәс тә һалды. Ололар хушлашҡан арала Рәшиҙә Гүзәлдең ҙур булмаған ҡурсағын рюкзағына һалып алды.
Әсәһе эшкә киткәс, Рәшиҙә донъяһын онотоп уйнай башланы.
Артыҡ мауығып, ҡайтып ингәндәрен дә һиҙмәй ҡалған. Рәмилә апай ҡыҙына иҫе китеп ҡарап торҙо ла:
– Ҡыҙым, был ҡурсаҡты Гүзәл бирҙеме? – тип һораны.

Тертләп киткән ҡыҙ дөрөҫөн әйтте:
– Гүзәлдең ҡурсаҡтары бер шкаф, берәүһен алдым.
– Эй, балам, кеше әйберен һорамай алыу ярамай. Ниндәй оят! Иртәгә үк кире алып барырбыҙ.
– Мин бармайым, һин генә бар, – тине ҡыҙ. Әсәй кеше уға:
– Хатаны үҙең төҙәтергә тейешһең! – тине.
Автобуста Рәшиҙә ныҡ әрләрҙәрме икән, тип уйланы. Улар килеп еткәндә, Гүзәл йоҡлай ине әле. Әсәһе ғәфү үтенеп, хәлде аңлатты. Ҡыҙыҡай ҡалтыранған ҡулдары менән
ҡурсаҡты рюкзағынан сығарҙы.
Гөлнара апай:
– Беҙ ул ҡурсаҡтың юғалғанын белмәҫ тә инек. Үҙең алып килгәс, яҡшы. Рәшиҙә, ҡурсаҡ һиңә булһын! – тине ҡыҙҙың сәсенән һыйпап.

 

Тәскирә ДАЯНОВА,

Рәссам Азамат ҒАРИПОВ.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас