+15 °С
Облачно
VK
Хикәйәләр
25 Марта , 04:55

ХЫЯЛДАР ҠАНАТЛЫ БУЛА

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәфирә ИҠСАНОВА-БАБИЧЕВАҒА – 75 йәш

ХЫЯЛДАР ҠАНАТЛЫ БУЛАХЫЯЛДАР ҠАНАТЛЫ БУЛА
ХЫЯЛДАР ҠАНАТЛЫ БУЛА

Нәфирә юрғанын йәтешләп ябынып, апаһына һыйынып ятты. Ошолай арҡаға-арҡа терәп, хыялланып ятырға ярата ул. Алғы яҡта атаһы менән әсәһе нимәлер шыбырҙап һөйләште.
Әсәһенең:
– Уят, әйҙә, ҡоймаҡ әҙер. Эшкә сыҡмаҫ борон, тамаҡтарын туйҙырып китәйек. Уларға йорт-ҡурала былай ҙа эш күп, – тигәне ишетелде. Атаһының аяҡ тауышы туҡтаны, өйгә гармун моңо таралды. Ошо мәлдәрҙе ныҡ ярата балалар! Һәр береһе урындарынан баштарын ҡалҡытты. Ағалары Фәдис кенә
юрғанын бөркәнеп ята. Киске уйындан һуң ҡайтып ятҡандыр.
– Апай, – тип терһәге менән эргәһендәге Әминәгә төрттө Нәфирә.– Мин дә, атайым шикелле, гармунда уйнағым килә. Их, әртис булырға ине!
Оҙон сәстәрен йыйыштырып, үреп маташҡан Әминә һеңлеһенә
йылмайҙы:
– Кит әле! Беҙҙең кеүек ауыл ҡыҙынан ниндәй әртис сыҡһын! Былай ғына йырлап тик йөрө!
Ҡыҙыҡай уйға ҡалды. Үҙенең ҙур сәхнәләрҙә йырлағанын, тамашасыларҙың ҡул сабыуҙарын күҙ алдына килтереп, хыялланып ятыуы бушҡа булдымы ни?
Һигеҙ балаһының да ҙур өҫтәл артында рәхәтләнеп сәй эсеүен күҙәтеп, ҡәнәғәт йылмайып ултырған әсәһе Нәфирәнең ҡаштары төйөлгәнен күреп, самауырына тотонған ҡулын кире алды.
– Балаҡайым, нимә булды?
Йылы һүҙҙән ҡыҙҙың күҙҙәренә йәш тулды, ирендәре бүлтәйҙе.
– Әсәй, Нәфирә ҙурайғас, әртис булам, ти! Ауылда йәшәгән кеше әртис булмай, тигәйнем, шуға илай! – тине апаһы.
– Хыял бит ул, осар ҡош кеүек! Нәфирәкәйем, әртис булғың киләме
ни?! Тимәк, булырһың! – Әсәһе ҡыҙының арҡаһынан һөйҙө.
– Ә мин һинең кеүек табип булам! – тине Әминә.
– Мин дә!
– Мин дә доктор булам!
Ҡыҙҙар бөтәһе лә ауылда фельдшер булып эшләгән әсәләренең һөнәрен ярата.
– Нәфирә апайым әртис булыр ул! – тине бығаса шым ғына ҡоймаҡ йыпырған ҡустылары Нәғим. – Ҡаҙ көткәндә лә гел көйләп йөрөй.
«Күҙ теймәһен, бигерәк моңло бала», – ти күрше инәйҙәр. Атай, Нәфирә апайым әртис булһын, йәме? Мин, һинең кеүек, гармунда
уйнармын! Нәжметдин ағайҙың йөҙө балҡыны:
– Булырһығыҙ, балаҡайҙарым, булырһығыҙ! Нәҫелебеҙҙең Шәйехзада шағиры ғына ни тора: мандолинала ла, ҡурай ҙа уйнаған, шиғыр ҙа яҙған!
Аталары данлы Бабич тураһында йыш һөйләй. Ул да бит ауылда тыуған! Тимәк, Нәфирәнең дә хыялы тормошҡа ашасаҡ!

Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА,

Рәссам Таңсулпан КҮГӘРСЕН.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас