-11 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
21 Ғинуар , 13:29

КАРАП

Әсәй, уҡыйыҡ әле!  

КАРАП
КАРАП

Баҡа, Себеш, Сысҡан, Ҡырмыҫҡа һәм Бөжәк уйнарға сыҡты ла, һыу буйына төштөләр.
- Әйҙәгеҙ, һыу инергә! – тине лә Баҡа, һыуға ырғыны.
- Беҙ йөҙә белмәйбеҙ бит! – тинеләр Себеш, Сысҡан, Ҡырмыҫҡа һәм Бөжәк.
- Ква-ха-ха, Ква-ха-ха – тип көлдө Баҡа. – Эх, эшкинмәгәндәр – Ул шул тиклем итеп көлә башланы, саҡ сәсәмәй ҡалды.

 

Себеш, Сысҡан, Ҡырмыҫҡа һәм Бөжәк быға бик үпкәләне һәм уйлай башланылар. Уйлана торғас, яйын да таптылар.
Себеш япраҡ алып килде. Сысҡан сәтләүек ҡабын табып алды. Ҡырмыҫҡа һалам һөйрәкләне. Ә Бөжәк бау килтерҙе.

 

Шунан эш башланды. Сәтләүек ҡабына һалам ҡаҙанылар, япраҡты бау менән бәйләп ҡуйҙылар ҙа, карап төҙөнөләр!

 

Карапты һыуға этеп төшөрҙөләр ҙә, ултырып, йөҙҙө лә киттеләр!
Баҡа башын һыуҙан сығарҙы ла, тағын көлөргә итте, әммә карап бик йыраҡ йөҙөп киткән ине инде...

 

Владимир Сутеев.
(Рита Хәсәнова тәржемәһе)

 

Һүрәт - асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас