Булат өләсәһе менән бер бүлмәлә йоҡлай. Кистәрен йоҡларға ятҡырғанда өләсәһе ейәнен иркәләп һөйә лә береһенән-береһе наҙлыраҡ, ҡәҙерлерәк һүҙҙәрҙе әйтә:
— Ҡолонсағым минең!
Булатҡа өләсәһенең тәмле-татлы һүҙҙәрен ишетеүе бик рәхәт, шулай ҙа ул бөтөнләй үк иреп китмәҫкә тырыша. Сөнки уға атаһы юҡ-бар сәбәпкә ебеп төшмәҫкә, ә ир-егеттәрсә ныҡ булып үҫергә ҡуша.
Шунлыҡтан ул өләсәһенең иркәләү һүҙҙәрен ихлас ҡабул итһә лә,
ныҡлығын күрһәтеп:
— Юҡ, мин ҡолонсаҡ түгел, ә малай! — тип яуаплай.
Өләсәһенең наҙлы һүҙҙәре бөтмәҫ-төкәнмәҫ күп.
— Кескәй ҡыңғырауым минең! — ти ул тағы ла йылыраҡ хис менән. — Һинең яғымлы тауышың бөтә өйгә йәм бирә.
— Барыбер мин ҡыңғырау түгел, ә кеше! — ти малай эре генә.
— Гөлсәскәм минең!
— Мин сәскә түгел, ә малай.
— Улайһа, аҡҡошом да инде!
— Ярай улайһа, — тип ризалаша өләсәһе, — ҡолонсаҡтан да шәберәк, ҡыңғырауҙан да яғымлыраҡ тауышлы, гөл-сәскәнән дә нәфисерәк, аҡҡоштан да гүзәлерәк ейәнем һин! Шуға ризамы?
— Риза, риза, — тип йоҡо аралаш бышылдай малай.
Көндәрҙән бер көндө Булаттың өләсәһе ауырып китте һәм ул инде
ейәнен, ғәҙәттәгесә, наҙлы һүҙҙәре менән һөйөп әүрәтә алманы. Малай карауатында өләсәһенең үҙ күңеленә һары май булып ятҡан һүҙҙәрен көтөп ятты-ятты ла, мендәрҙән башын ҡалҡытып, аҡрын ғына өндәште:
— Аҡҡошом мине-е-ең!
Ейәненең был һүҙҙәрен ишетеүгә сырхау әбейҙең йөҙөнә ҡыуаныслы йылмайыу сатҡылары таралды һәм аяҡ-ҡулдарының һыҙлауы баҫылғандай тойолдо.
Кескәйҙәрҙең ихлас наҙлауы сырхауҙарҙың сиренә лә дауа була икән.
Мөкәрәмә Садыҡова
Фото: Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә төркөмөнән.