Хикәйә
Сәй эсеп ултырған һеңлем, тәҙрә эргәһенә барып:
- Ҡара, әллә Миңнисаларға әллә тағы ҡаланан ҡунаҡ ҡыҙы килгән инде? – тип мине эргәһенә саҡырҙы.
- Үткән йәй ҙә килгәйне. Әйҙә, урамға сығайыҡ, - тим, һеңлемдең еңенән тартып.
- Ҡуй әле, шул маҡтансыҡты маһайтып йөрөмәйек. Ана бит, беҙҙең өй алдында уйнаған булалар. Әйтерһең башҡа урын юҡ. Берәүгә ҡала ҡыҙы килгән икән! – тине һеңлем, Миңнисаны үсекләп.
- Ә ниңә беҙгә ҡунаҡ ҡыҙҙары килмәй икән? - Апай-ағайҙар килә, тик береһе лә үҙҙәре менән бәләкәй ҡыҙҙарын эйәртмәй, - тине һеңлем уфтанып...
Сәй эсеп алғас, тегеләрҙең күҙҙәренә салынмаҫҡа тырышып, картуф баҡсаһы артындағы мунса бураһына уйнарға киттек. Кис еткәс, әсәйҙең тауышы ишетелмәһә, әле һаман йөрөр инек әле.
Ҡайтып, киске аш артына ултырғас, һеңлем әсәйемдән:
- Әсәй, ниңә беҙгә ҡала ҡыҙҙары ҡунаҡҡа килмәй ул? Ана, Миңнисаларға һәр йәй килә, - тип һораны.
Әсәйем башта аңламай торҙо:
- Ниндәй ҡунаҡ тағы? – әсәйемдең йөҙөндә аптырау ҡатыш йылмайыу сатҡылары сағылды. – Ә-ә... – тип һуҙҙы ул. – Бына һеҙҙе нимә борсой икән, - тип беҙҙең арҡаларыбыҙҙан йомшаҡ ҡына итеп һөйҙө лә, - килер-килер, тик беҙгә килә торған ҡыҙ әлегә бик бәләкәй, бишектә ята. Бер аҙ үҫә төшкәс мотлаҡ килерҙәр,- тип беҙҙе йоҡларға оҙатта ла, үҙ эштәре менән сығып китте. Күпмелер ваҡыт һөйләшеп ятҡандан һуң, татлы хыялдарға бирелеп, йоҡоға киткәнбеҙ.
Иртәнге ҡояш нурҙары иркәләүҙән уянып киттем. Һеңлем эргәмдә юҡ.
- Был ҡайҙа булды икән? - тип уйлап өлгөрмәнем, теге йүгереп килеп керҙе лә:
- Тиҙерәк тор! Мә, кейен! – тип минең байрамдарҙа ғына кейеп йөрөй торған кейемдәремде һондо. Үҙе нимәлер һөйләй-һөйләй, минең сандали ҡаптырмаларын элеп бөткәнде лә көтөп тормай, урамға тарта:
- Ана, Миңниса килгән. Тик ни өсөндөр яңғыҙ.
- Йәһәтерәк бул, йә китеп барыр, - тип, мине күлдәгемдән урам яғына тартты.
- Шул тиклем тартма, әтеү күлдәгемде йыртаһың бит, тим.
Миңниса беҙҙең урамға сыҡҡанды көтөп тора ине. Һеңлем миңә ымлап:
-Бына беҙгә лә ҡалалағы апайымдың ҡыҙы ҡунаҡа килде, - тип миңә төртөп күрһәтте. Һуңынан, эргәмә килеп, арҡа яғынан күлдәгемдең итәген тартты. Әллә, тик торма, тип әйтеүе булды, мин шунда, һеңлемә ҡарап, үҙемдә аңламаған телдә нимәлер бығырланым, йәнәһе урыҫса һөйләшәм. Миңниса бер миңә, бер һеңлемә аптырап ҡарап, күҙҙәрен таҫырайтып ыҡ-мыҡ итте, тик бер нәмә лә әйтә алманы.
Һеңлем :
- Теге ваҡытта мин өйҙә булманым, хәтерләйһеңме? – тине. Миңниса иҫләмәһә лә: -Эйе! – тип баш ҡаҡты.
- Ана шул ваҡытта мин ҡалала инем бит ул, - тип, бөтөнләй шаштырып ебәрҙе.
Миңниса үҙенең шиген белдерергә теләгәндәй:
- Ҡала ҡыҙҙары оҙаҡ йоҡларға ярата, ә ниңә һеҙеке былай иртәләгән? – тип ҙур, аптырауҙан тағы ла ҙурайған күҙҙәрен миңә төбәне. Һеңлем:
- Беҙҙең ҡунаҡ ҡыҙы һеҙҙеке кеүек йоҡосо түгел шул ул, - ти. Был йәнә семетмәһен тип, мин йәнә урыҫса һөйләшәм...
Һеңлем ҡәнәғәт йылмайҙы...
Оҙағыраҡ торғанда тағы әллә нәмәләр һөйләшелер инек, көтмәгәндә ысын ҡала ҡыҙы күренде. Һеңлем Миңнисаға ҡарап:
- Ана, сиңерткәң килә, ҡаршы ал, - тине. Миңниса:
- Уның исеме - Дилә. Һин үҙең ҡара сиңерткә! Йүгереп килгән Дилә:
- Өләсәй! – тип күләүеккә тайып йығылды. Беҙ өсәүләшеп уның эргәһенә йүгерҙек.
- Уф, хәҙер өләсәйемә нимә генә әйтермен икән?
Дилә тороп баҫты, һыуланған өҫтөнә күҙ йүгертте. Беҙҙең күҙҙәр маңлайға менде. - Әллә башҡортса белә инде был? - тигәндәй, һеңлем менән ҡарашып алдыҡ. Дилә бер нәмә лә һиҙмәне. Яғымлы ҡиәфәт менән, ни өсөн былай ашыҡҡанын аңлатты:
- Өләсәйем менән еләккә барырға һөйләштек, һеҙҙе саҡырырға йүгереп килә инем, - тине.
Күпмелер ваҡыттан һуң, ҡыҙҙар көлөшә-көлөшә урман яғына китеп бара ине инде. Дилә башҡортса шиғырҙар һөйләне, йырҙар ҙа йырлап күрһәтте.
- Ҡала ҡыҙҙары ла башҡортса һөйләшә белә икән, - тип һеңлемә ҡараным. Ул йылмайып, яурындарын ғына һикертте.
Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА