

Йәй башында электр бағаналарын алмаштырырға монтерҙар килде. Һил ауыл тормошона йәнлелек ингәндәй булды. Беҙ улар эргәһендә мәж киләбеҙ. Көн оҙоно булмаһа ла, күп ваҡытты тиерлек электромонтерҙар тирәһендә уҙғарабыҙ. Әкренләп дуҫлашып киттек, үҙ-ара «друг» тип өндәшәбеҙ хатта. Минең дә дуҫ барлыҡҡа килде, уның менән иркенләп аралаша башланыҡ.
Монтерҙарҙың эш ҡоралдары икенсе төрлө, ҡайһы берҙәрен тәү тапҡыр күрәбеҙ. Башта улар ҙур машиналарға тейәп, бағаналар килтерҙе. Икенселәре оло бырауҙары менән ерҙә соҡор ҡаҙый, өсөнсөләре иһә кран менән күтәреп, шул ҡаҙылған урынға бағаналарҙы төшөрөп ултырта. Унан инде иң өҫтән сымдарҙы һуҙып, тарттырып, элеп тә ҡуялар. Йәнә лә уларҙың һөйләшеүҙәре лә икенсе төрлөрәк, ҡайһы бер һүҙҙәре аңлашылып та бөтмәй, йә булмаһа башҡа мәғәнә аңлата.
Бер көн беҙҙең өй тапҡырына ла килеп еттеләр. Гөж килеп эшләйҙәр. Иртә булыуға ҡарамаҫтан, ҡояш ярайһы уҡ ҡыҙҙыра. Ваҡ-төйәк эштәрҙе тамамлап, уларҙы күҙәтәм. Ял итеп алырға туҡтаған арала яңы дуҫым эргәмә килеп:
– Айран йә һыу алып кил әле, бөгөн бигерәк эҫе, – тип, ҡапҡаслы өс литрлыҡ банка тотторҙо. Әҙерәк аптырауға ҡалдым, сөнки бындай ҙур һауытты айран менән тултырыр өсөн күпме май тасҡар кәрәк. Бөгөн иртән генә әсәйем бер йомарлам май эшләгәндә, ярты сынаяҡтай ғына сыҡҡайны. Әлбиттә, айран күп булһа, бөтәһен дә бирер инем дә бит.
Шундай уйҙарға батып, соландағы һауыттан банкаға һыу тултырып илтеп бирҙем.
Төш мәлендә әсәйемә был хәл тураһында һөйләнем. Ул көлөп ебәрҙе һәм ҡатыҡҡа һалҡын һыу ҡушып әҙерләгән эсемлектең ҡайһы бер яҡтарҙа айран булыуын аңлатты.
Оҙаҡ та көттөрмәй әсәйем ҡуйы ҡатыҡҡа һыу, тоҙ ҡушып болғатты. Шунан һалҡын ғына эсемлекте алып барып бирергә ҡушты. Эҫе ҡояш аҫтында тирләп-бешеп эшләп йөрөгән электромонтерҙар: «Бына бик тәмле айран булды әле!» – тип, һыулы ҡатыҡты эсеп, рәхмәттәрен әйтеп ҡалды.
Хәмит ӘБҮБӘКИРОВ.
Рәссам Азамат ҒАРИПОВ.