+11 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Хикәйәләр
28 Апреля 2025, 08:35

Яугир яҙыусы

Һөйлә, әсәй, батыр тураһында!

Яугир яҙыусыЯугир яҙыусы
Яугир яҙыусы

Ҡадир мәктәптән ҡайтып, ашап алды ла, өйгә эштәрен әҙерләргә ултырҙы.
– Өләсәй, уҡытыусы һуғышта ҡатнашҡан шағирҙар, яҙыусылар тураһында әҙерләнеп килергә ҡушты. Мин кем тураһында һөйләйем икән?
Оҙаҡ йылдар мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан өләсәһе:
– Үҙебеҙҙең яҡташ яҙыусыбыҙ хаҡында һөйләргә кәрәк, улым, – тип яуапланы һәм оҙон итеп һөйләп китте. – Танылған башҡорт яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин
Учалы районы Ураҙ ауылында тыуған. Бик иртә етем ҡалған, уны өләсәһе тәрбиәләгән. Үҫмер сағында колхозда эшләй, ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте
тамамлағас, Белоретта уҡый. Заводта ла көс түгә. 1943 йылда ун ете йәше лә тулмаған егетте хәрби хеҙмәткә алалар. Оҙаҡламай фронтҡа оҙаталар. Һуғыш
тамамланғансы, Талха Йомабай улы ауыр яу юлдарын үтә, бер нисә тапҡыр яралана.
– Миҙалдары ла бармы икән, өләсәй?! – тип ҡыҙыҡһынды Ҡадир.

– Күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден4миҙалдар менән бүләкләнгән.
– Ул тағы ҡайҙарҙа булған?
– Һуғыштан һуң Кавказ яғында тоннель төҙөүҙә ҡатнаша, аҙаҡ Мәскәү ҡалаһында эшләй. Киске мәктәптә белем ала. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын
тамамлай.
– Ә ниндәй темаларға яҙа?
– Хикәйәләре һәм повестары һуғыш тураһында. Рус телендә ижад итһә лә, геройҙарының күбеһе – башҡорттар, Башҡортостан халҡы. Туған иленең
матурлығын Талха Ғиниәтуллин «Тыуған тупһа янында», «Тау артында ниҙәр бар» һәм башҡа китаптарында һүрәтләй.
– Мин өйөбөҙҙән саҡ ҡына йыраҡ китһәм дә, һағына башлайым! Тыуған яғын
Талха олатай ҙа шулай ныҡ һағындымы икән, өләсәй?!
– Ул ғүмеренең һуңғы йылдарын тыуған яғында үткәрҙе. Туған төйәген һәр кеше ярата, улым! – тип ҡосаҡланы Ҡадирҙы өләсәһе.

 

Рәссам Таңсулпан КҮГӘРСЕН

Яугир яҙыусы
Яугир яҙыусы
Автор:Минигуль Тайсина
Читайте нас