+11 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Хикәйәләр
25 Апреля 2025, 08:35

Рәхмәтен йыям, изгелеген тоям

Башҡортса хикәйәләр

Рәхмәтен йыям, изгелеген тоямРәхмәтен йыям, изгелеген тоям
Рәхмәтен йыям, изгелеген тоям

Өләсәһе йыш ҡына: «Улым, бөгөн ниндәй яҡшы эш ҡылдың, кемгә ниндәй ярҙамың тейҙе?» – тип һорай ейәненән.
– Тауыҡ ояһын таҙарттым, гөлдәргә һыу һиптем, һауыт-һаба йыуҙым, – ти малай.
– Улым, ул һеҙҙең көндәлек өй эше. Уның өсөн рәхмәт тә, бүләк тә көтөп торорға ярамай. Бәләкәйҙән эшләп үҫһәгеҙ, донъя көтөү еңелерәк булыр.
– Ә рәхмәтте ҡайҙан алырға һуң? – тип уйланды Фәрит.
Бер көндө ул урамда юл аша сығырға ҡурҡып торған әбейҙе күрҙе һәм:
– Һеҙгә ярҙам кәрәкме? – тип һораны.
– Эйе, улым, магазинға икмәккә тип сыҡҡайным.
Фәрит әбейҙе етәкләп юл аша сығарҙы. Ул шатланып, рәхмәттәрен уҡыны. Баҡтиһәң, уның күҙе лә насар күрә икән. «Әбейгә кире ҡайтҡанда ла юл аша сығырға кәрәк була. Көтөп торайым әле», – тип уйланы Фәрит.
Әбей магазиндан сыҡты.

– Әйҙәгеҙ, бергәләп атлайыҡ, миңә лә шул яҡҡа барырға! – тине Фәрит.
– Рәхмәт, улым, ҙур рәхмәт! Бигерәк мәрхәмәтле, тәүфиҡлы, миһырбанлы бала икәнһең! Хоҙай тәғәлә үҙеңә бәхет юлдары асһын! Атай-әсәйең шундай изге күңелле
кешеләрҙер. Рәхмәт, улым, һау бул!
Фәрит һөйөнөп, бер түгел, икеләтә рәхмәт алдым, тип уйланы.
Киске ашҡа йыйылғас, өләсәһе:
– Йә, кескәйҙәрем, бөгөн ни эштәр ҡылдығыҙ, үткән көнөгөҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме? – тип һораны.
– Өләсәй, мин бөгөн бер түгел, ике рәхмәт алдым! – тине Фәрит һәм таныш булмаған әбей менән булған хәлде бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе.
– Рәхмәт, балам, бик дөрөҫ эшләгәнһең, афарин!
– Тик мин әбейҙең «миһырбанлы бала икәнһең», тигәнен генә аңламаным.
– Дөрөҫ әйткән, балам, – тине өләсәһе ейәненә. – Әгәр ҙә урамда осрамаған булһаң, әбей нимә эшләр ине? Бик ябай һәм еңел генә күренһә лә, ҙур эш башҡарғанһың. Һинең кеүек изге күңелле, ярҙамсыл, иғтибарлы һәм ихтирамлы кешегә әйтәләр ҙә инде миһырбанлы, тип, улым!

Земфира СӘХИПОВА,
Рәссам Гөлназ ИҠСАНОВА

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас