+11 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Хикәйәләр
28 Января 2025, 08:45

Ҡояшлы ҡәләм

Балалар әҙәбиәте өлкәһендәге Ф. Туғыҙбаева исемендәге конкурс еңеүсеһе

Ҡояшлы ҡәләмҠояшлы ҡәләм
Ҡояшлы ҡәләм

– Гөлниса, тим, Гөлнисау! Ипле генә һөйләш әле!
– Бәй! Ни булды? Нимә күрҙең тағы?
– Ишетмәйһеңме ни?
– Ошо Факиһа бер нәмәгә иҫе китһә, ауыҙын аса ла тора инде! – тине әхирәте.
– Ҡош тауышы! Ана, ояһы! Ояһында – балаһы. Ҡошсоғона йыр өйрәтә торғандыр.
– Һинең менән йөрөһәң, ҡара кис булыр! Факиһа, тим! Ҡара, ҡыҙҙар күптән икенсе аҡланға инеп китте. Былай хыялланышып йөрөһәк, күнәктәребеҙ буш ҡайтасаҡ та баһа!
Факиһа әхирәте Гөлнисаның артынан эйәрҙе. Уны ошо донъяның ни тиклем хозур, ни тиклем матур булыуы хайран ҡалдыра. Балҡыштарҙың бер-беренә бәйле булыуы уйҙарға һала. Бынау йәмле көндә сәскәләрҙең баҙыҡ булып балҡып ултырыуы, емеш-еләктең һығылып бешеүе Хоҙай биргән бер бүләк бит! Әйҙә, ваҡытында йый, өлгөр, йыбанма ғына!
Тәбиғәттең телен аңларға, уның менән дуҫ йәшәргә генә кәрәк... Факиһа зәңгәр күккә ҡараны, ағастарға күҙ һалды. Ана, мөһабәт имән ирәйеп баҫҡан. Кил яныма, ҡосаҡла, ти.
Әй, ошо матурлыҡ иле! Үҙенән-үҙе һине яҡты уйҙарға һала шул! Быйыл иртәрәк өлгөргән ҡыҙыл төймәләй янып, тамылып бешкән бөрлөгән артынан килгәнен дә
онотоп ебәрҙе Факиһа. Уның өсөн яланға, тауға сығыу – бер байрам. Әйҙә, күкрәк тултырып саф һауа һула, йәшел үләнгә тәгәрәп ят та зәңгәр күккә ҡара! Ундағы
аҡ болоттарға ултырып, йөҙөп йөрөһәң дә була! Әкиәт иленә рәхим ит! Ҡарасы, тип өндәшергә береһе лә юҡ икән! Ана, Аҡъял батырҙың һаҡалы уралып-
һуҙылып бара... Болот тиҙ генә Аҡъял батырҙың йөҙөн ҡыҙға борҙо!
Бигерәк хәтәр ҡаштары, күҙҙәре лә бар! Ҡараштары уйсан, ана, бит тирәһе уймаҡланып та китте! Гүйә, ул Факиһаны үҙе янына саҡыра, әйҙәй! Барам, әлбиттә, болотҡайҙарым! Уҡытыусы булам да, үҙемдең уҡыусыларымды сәйәхәткә саҡырам! Бәлки, Аҡбуҙатты ла осратырбыҙ! Шулай тип уйлауы ғына булды, Болот тиҙ генә Аҡбуҙатты алып килә башланы! Аҡбуҙ атҡай!
– Э-һе-һей! Ишетәһеңме мине? Мин һине көтәм, һинең аҡ ялыңа йәбешеп, болоттарға үрелеп, Ҡояшҡа етәһем килә!
Ҡояш апайҙа нишләйһең, тиһеңме? Мин уға серҙәремде,хыялымды һөйләмәксемен! Бер генә үтенесем дә бар!
Ҡояшлы ҡәләм һорамаҡсымын! Ә уға үҙем ҡояш төҫөндәге яратҡан бәпембә сәскәләренән таж үреп бүләк итәсәкмен! Ишеттеңме, Болот!
Болот башын һелкеп, йөҙөп китте! Етәсәк, тимәк, Ҡояшҡайға ла етәсәк Факиһа. Зәңгәр офоҡтар илендә йәшәүе бигерәк күңелен үҫтереп ебәрҙе ҡыҙсыктың.
Ҡояш апай ҙа нурҙарынан алдына келәм үргәндәй булды, ҡапыл ғына бер уймаҡтай ергә ҡыҙыл бөрлөгәндәр түшәп ҡуйҙы... Әкиәттәге изге ҡыҙҙай, бай, тәбиғәт апаҡайынан буш ҡайтмаясағына ҡыуанған Факиһа тиҙ генә күнәген тултырып та алды. Аптырарһың инде был хәлгә, минең теләгемде ер ҙә ишетеп тора, емешен дә һона, йыбанма йый, ҡыуан! Ә иң мөһиме – был донъя уға илһам бүләк итә.
Ул арала әхирәте Гөлниса ла килеп етте.
Ҡыҙҙарҙың икеһенең дә күнәктәре тулған, тимәк, ауыл яғына ыңғайларға була.
Ә тәбиғәттең матурлығы!..


Рәзилә ҠОТЛОГИЛДИНА.

 

Һүрәт - асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас