Ауылдағы өләсәйгә
Һоҡланмаған кеше юҡ.
Бөтөн халыҡ маҡтай уны:
"Уңғанлыҡта ише юҡ".
Аптырарлыҡ - оҫталығы,
Белеме булмаһа ла.
Гөлдәй балаҫтар туҡый ул,
Киндер ҙә һуға ала.
Тәмле бауырһаҡ бешерһә,
Телеңде үк йоторлоҡ!
Өләсәйҙең уңғанлығын,
Һөнәрҙәрен оторлоҡ!
Кәрим БУЛАТ
Фото: Нүрзилә менән Инзирә Баязитоваларҙан.