

Батыр Салауат толпарҙа
Ҡаршы ала йыраҡтан.
Килгәндәрҙе, ҡунаҡтарҙы
Сәләмләй саф йөрәктән.
Өфөм минең, Өфөм минең,
Гүзәл, нурлы баш ҡалам,
Һиндәге матурлыҡтарға
Һоҡланам, гел шатланам!
Тормош ҡайнай, хеҙмәт гөрләй,
Ағиҙелдең ярында.
Әр-Рәхим манаралары
Балҡый ҡояш нурында.
Үткәндәрең бай тарихлы,
Бер гөлө һин Уралдың.
Һәр саҡ шулай алға атла,
Артһын данлы йырҙарың!
Радик ХӘКИМЙӘН,
Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА.