

Аҡбай әйтә: "Уау-уау!!!
Бул һин һәр саҡ һау, һау!"
Бесәй әйтә: "Мыяууу!!!
Бул һин гелән уяу!"
Ҡаҙҙар әйтә: "Ҡыйғаҡ!!!
Бул һин, малай, тыйнаҡ!"
Һарыҡ әйтә: "Мә-мә-ә-ә!!!
Кескәйҙәргә теймә!"
Тауыҡ әйтә: "Ҡыт-ҡытаҡ!!!
Йөрөмә эшһеҙ оҙаҡ!"
Айғыр кешнәй: "Иһа-һааай!!!
Бул һин аҡыллы малай!"
Фәнүзә БИКТИМЕРОВА.
Фотола: Ишморатов Шайморат Азат улы, 6 йәш. Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы.